

Өфөлә ҡулланыу баҙары, мәҙәниәт, спорт объекттарында, предприятиеларҙа ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе күҙәтеү буйынса тикшереүҙәр бара. Үткән аҙнала баш ҡалала мобиль төркөмдәр 3,6 меңдән ашыу объектты тикшерҙе, уларҙың яртыһынан күбеһе – сауҙа өлкәһендә. Рейдтарҙан күренеүенсә, бөтә предприятелар һәм ойошмалар нигеҙҙә билдәләнгән талаптарҙы үтәй.
Шулай ҙа ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрҙең һәм сауҙа үҙәктәренә килеүселәрҙең битлек режимын боҙоуы асыҡланған. Мәҫәлән, Калинин районында “Һаҡмар” сауҙа үҙәгендә һәм Төхфәт Йәнәби урамындағы “Пятерочка” селтәрҙәре магазинында, Орджоникидзе районының Дмитрий Донской урамындағы бөҙрәханала , Октябрь проспектындағы һөт продукцияһы магазинында битлек режимы үтәлмәгән. Етәкселәр менән әңгәмәләр, аңлатыу эштәре үткәрелгән. Өфөлә ошо осорҙа ойошма һәм предприятиеларҙа 100 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән, ике меңдән ашыу тәртип боҙоу осраҡтары асыҡланған һәм шунса протокол төҙөлгән.
Тикшереүҙәрҙең һәм контролләүҙең төп маҡсаты – предприятиеларҙы ябыу түгел, ә кешеләрҙе вакцина яһатыуға дәртләндереү, ваҡытында ревакцинация үткәреү, битлек режимын һәм социаль араны һаҡлау һәм коллектив иммунитетты формалаштырыуға булышыу. Рейдтар артабан да даими уҙғарыласаҡ.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.