

Башҡортостанда коронавирус таралыуы менән бәйле, Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы йөк ташыусыларҙы йәмәғәт транспортында вирусҡа ҡаршы сараларҙы күҙәтеүҙе көсәйтергә ҡушты. Бөгөн ведомстволағы кәңәшмәлә пассажирҙарҙы ташыу буйынса предприятие һәм ойошмалар етәкселәренә Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы ҡабул ителгән ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр тураһында яңынан иҫкә төшөрҙөләр.
“Инфекцияның таралыуын иҫкәртеү буйынса сараларҙы ойоштороу мәсьәләләрендә килешеп эшләү мөһим, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев. – Етәкселәр коллективтарының һәм пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлек күрергә тейеш”.
Ведомство етәксеһе пассажирҙар ташыусыларҙың бурыстарын иҫкә төшөрҙө: автотранспорт сараларын даими рәүештә йоғошһоҙландырыуҙы ойошторорға; йоғошһоҙландырыу саралары запасын тупларға, шул иҫәптән уны транспортта булдырырға; смена аҙағында һәм маршруттың аҙаҡҡы станцияларында йоғошһоҙландырыу эшен башҡарырға; автотранспорт салонына битлек кеймәгән пассажирҙарҙы индермәҫкә; транспорт сараларының хәрәкәтләнеү графигын граждандарҙың социаль араны күҙәтеү мөмкинлеген тәьмин итеү маҡсатында ҡулайлаштырырға.
Шулай уҡ водителдәрҙең запаста битлектәре (кәм тигәндә өс сәғәт һайын алмаштырырға), бирсәткәләре, йоғошһоҙландырыусы салфеткалары йәки антисептиктары булырға тейеш. Бынан тыш, маршрутты ойоштороусылар водителдәр араһында битлек режимын күҙәтергә һәм пассажирҙарға коронавирусҡа ҡаршы саралар тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш. Бөгөн республикала яңы штамдың 37 кешелә асыҡланғаны билдәле.
Фото: “Башинформ”.