

Коронавирустың яңы тулҡыны, “омикрон” штамының беҙгә лә килеп етеп, тарала башлауы барыбыҙҙы ла бер аҙ хәүефкә һәм шиккә һалды. Ошондай шарттарҙа үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡлау өсөн нимәләр эшләргә? Вакцинаның мөһимлеген һәр кемгә нисек аңлатып еткерергә? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән беҙ танылған ғалим-табип, медицина фәндәре докторы, профессор Марат Тәлғәт улы Аҙнабаевҡа мөрәжәғәт иттек.
- Әлбиттә, һаҡланыуҙың иң дөрөҫ, һөҙөмтәле алымы – вакцинация. Миңә ҡағылмаясаҡ, тип уйларға ярамай. “Омикрон”дың бик тиҙ таралған штамм булыуы хаҡында күптән хәбәрҙарбыҙ. Бигерәк тә өлкән быуын кешеләре һаҡланыу сараларын, үҙ ҡурсаланыу талаптарын теүәл үтәргә тейеш. Бының өсөн шарттар бар, хатта аҙыҡ-түлекте лә өйгә заказ менән алдыртырға мөмкин: ирекмәндәр эшләй, түләүле хеҙмәттәр бар, балалар ҙа килтереп ҡалдыра ала.
Был тулҡын 2-2,5 ай самаһы ныҡлы ғына булыр, яҙға табан хәл-торош яйға һалыныр, тип күҙаллайым. Ғалимдар фекеренсә, бөтә Ер шарындағы халыҡтың 80 проценты вакцина яһатһа, вирус көсһөҙләнеп, яңы штамдар барлыҡҡа килмәүе лә ихтимал. Әммә быға өлгәшеү еңел эш түгел, сөнки иҡтисади йәһәттән тотороҡһоҙ дәүләттәрҙә, мәҫәлән, Африка илдәрендә бөтә халыҡҡа вакцина эшләү – бик ҡатмарлы, ауыр мәсьәлә.
Беҙҙә лә, вакцина тейешле күләмдә етештерелеүгә, пункттар эшләп тороуға, аңлатыу саралары алып барылыуға ҡарамаҫтан, прививканы инҡар иткән кешеләрҙең булыуы борсоуға һала. “Мин ауырымаясаҡмын”, “сирләһәм дә, еңел үткәрәм” тигән кешеләр осрай. Ә бит был осраҡта кеше үҙен генә түгел, яҡындары, туғандары, хеҙмәттәштәре, ғөмүмән, дөйөм халыҡ тураһында уйларға тейеш. Санитар грамоталылығы түбән булған кешеләр арҡаһында ла вирус ныҡлап тарала, тамыр йәйә, сөнки улар ҙа шул уҡ йәмәғәт урындарында йөрөй, шул уҡ лифт менән ҡуллана һәм башҡалар. Бөгөн беҙгә һаҡланырға ла, башҡаларҙы һаҡларға ла кәрәк, - тине Марат Тәлғәт улы.
Фото: bash.bashgazet.ru