Сәләмәт булайыҡ
25 Ғинуар 2022, 12:40

Коронавирус тынғы бирмәй...

Салауат, Күмертау, Октябрьский, Сибай ҡалаларында, Бөрө һәм Белорет райондарында вакцина яһау күрһәткесе 80 проценттан түбән.

Коронавирус тынғы бирмәй...Коронавирус тынғы бирмәй...
Коронавирус тынғы бирмәй...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – “омикрон” штамы таралыуы шарттарында һаулыҡ һаҡлауҙың амбулатор звеноһын нығытыу, ковидҡа ҡаршы прививкалау кампанияһын йәнләндереү, санитария-эпидемиология талаптарын һәм вакцина яһатмағандар өсөн сикләүҙәрҙе күҙәтеү.

Вице-премьер–һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин  республиканың  сираттағы коронавирус тулҡынының әүҙем фазаһына инеүен билдәләне. 25 ғинуарға республикала инфекцияны йоҡторғандар һаны 128050 кеше тәшкил иткән. Бөтәһе пандемия осоронда 118711 кеше һауыҡтырылған.  Етәксенең әйтеүенсә, алты муниципалитет хәүеф аҫтында: Асҡын, Салауат, Илеш, Ҡариҙел, Стәрлебаш райондары һәм Ағиҙел ҡалаһы. Радий Хәбиров был биләмәләрҙә санитария-эпидемиология талаптарын көсәйтеүҙе һәм хәлде яҡшыртыу буйынса саралар күрергә ҡушты.

Республикала 2250 койка әҙерләнгән. Шуның менән бергә резервта пациенттарҙы дауалау өсөн  һигеҙ мең койка бар. Тағы ла дүрт мең урын – һауыҡтырыу һәм реабилитациялау өсөн. Максим Забелин әйтеүенсә,”омикрон” штамын йоҡторғандар, ҡағиҙә булараҡ, сирҙе билдәләрһеҙ йәки еңел рәүештә үткәрә. Һуңғы аҙнала дауаханаға эләккән ауырыуҙар һаны 3,7 процентҡа ғына артҡан. Бындай хәлдә төп көсөргәнеш поликлиникаларға төшәсәк. Шуға күрә амбулатор звеноны нығытыу кәрәк.

24 ғинуарҙағы оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығының  ваҡытлыса диспансерлаштырыуҙы туҡтатыу тәҡдимен хупланы. Муниципалитеттар табиптарҙы ауырыуҙарҙың өйҙәренә илтеү өсөн автомобилдәр бирергә әҙер.

Башҡортостан бөтәһе 2914858 доза вакцина алған. Тәүге компонентын 2321820 кеше ҡаҙатһа, вакцина яһатыуҙы тулыһынса 2177695 кеше тамамлаған. Был вакцина яһатырға тейешле халыҡтың 93,5 һәм 87,7 проценты тигән һүҙ. 25 муниципалитетта вакцина яһатыу күрһәткесе 100 процентҡа етте. Салауат, Күмертау, Октябрьский, Сибай ҡалаларында, Бөрө һәм Белорет райондарында был күрһәткес 80 проценттан түбән. Радий Хәбиров артта ҡалған район башлыҡтары менән эште көсәйтеү буйынса фекер алышты.

Был аҙнала республика үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән  “Спутник М” вакцинаһының  тәүге дозаларын алды.Республика етәксеһенең ҡушыуы буйынса, йәш быуынды прививкалау үҙенсәлектәре буйынса аңлатыу эштәре йәйелдереләсәк. “Омикрон” штамының үтә йоғошло булыуын иҫәпкә алып, Радий Хәбиров дәүләт һәм муниципаль органдарға, ведомство учреждениеларына һәм башҡа эш биреүселәргә мөмкинлеккә ҡарап хеҙмәткәрҙәрҙең бер өлөшөн дистанцияла эшләү режимына күсереүҙе тәҡдим итте.  Стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларын автономлы эш режимына күсерергә ҡарар ителде.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты

Сығанаҡ:https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149620.html

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас