

Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү маҡсатында ойошторолған бөгөнгө брифингты Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин үткәрҙе. Ул тәүҙә республикалағы эпидемиологик хәл менән таныштырҙы, әлегә тормошобоҙ ситтән ҡарағанда тотороҡло күренһә лә, уның кинәт ҡатмарланып китеүе бик ихтимал.
Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын 308 кеше йоҡторған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 15 пациент сирҙе еңә алмайынса вафат булған. Ауырыуҙы эләктергәндәрҙең дөйөм һаны 61 302-гә етте. Әле 720 пациент стационарҙа, 5 441 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана. 53 ауырыу ауыр хәлдә, унауһы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Һаулыҡ һаҡлау министры ауырыуҙарҙың күпселеген беҙҙең “алтын фонд” – хеҙмәт ветерандарының, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең, атай-олатайҙарыбыҙҙың тәшкил итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Вирус ҡорбандарының күпселеге лә улар. Максим Забелин вакцина яһатыуҙы тулыһынса тамамлаған кешеләрҙең дөрөҫ юлды һайлағанына рәхмәт белдерҙе, уларҙың һаны хәҙер беҙҙә 1 миллион 100 мең! Ололарҙың байтаҡ өлөшө ваҡытында вакцина яһатыуҙы хуп күргән.
Министр илдә оҙаҡламай хакимлек итәсәк миҙгелгә хас сир – киҙеүҙең яҡынлашыуын иҫкәртте. Йыл һайын штамдар үҙгәреп тора. Быйыл киҙеүҙең А һәм В штамдары өҫтөнлөк аласаҡ, шуға ярашлы, вакциналар ҙа әҙерләнгән. А штамының атипик пневмония тыуҙырыу ихтималлығын белгестәр яҡшы белә, шуға күрә киҙеүгә ҡаршы прививка яһатыу өсөн әле ҡулайлы мәл, сөнки иммунитет прививка яһатыу менән барлыҡҡа килмәй, уға көсәйеү өсөн ваҡыт кәрәк, тип иҫкәртте министр.
Максим Забелин халыҡ араһында таралған ҡайһы бер уйҙырмаларҙы ла кире ҡаҡты. Мәҫәлән, “коронавирустан вакцина яһатҡан кеше үҙе йоғошло”, “вакцина ДНК-ны үҙгәртеүгә һәләтле”... Аңлатыу эштәренең алып барылыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы берәүҙәрҙең, үкенескә ҡаршы, һаман да ялған хәбәрҙәргә ышаныуы аптыраш тыуҙыра.
“Беҙҙең вакциналар вирустың төрлө штамдарынан һаҡларға һәләтле. Уларҙың сирҙең еңелерәк үтеүенә булышлыҡ итеүен ҙур яуаплылыҡ менән белдерә алам ,” – тине министр һәм коронавирус ғаиләгә килеп ингән осраҡта ниндәй саралар күрергә кәрәклеген һөйләне. Былар яңылыҡ түгел, әммә уны ҡабатлауҙан зарар булмаҫ, тип яңынан иҫкә төшөрәбеҙ. Аралашыуҙарҙы мөмкин тиклем сикләргә, сәләмәтлегеңде көн дә күҙәтергә, сирле менән бәйләнеш булған осраҡта, был хаҡта эш биреүсегә мотлаҡ хәбәр итергә, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә, әйбер өҫтәрен, гаджеттарҙы даими йоғошһоҙландырып торорға, битлек һәм дистанция режимын һаҡларға... Бала сирләп киткәндә, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә. Бына ошо ябай ғына талаптарҙы үтәгәндә лә сиргә юлыҡмауыбыҙ, яҡындарыбыҙҙа хафаға һалмауыбыҙ бар.
Сәләмәтлек теләйбеҙ!
Фото:news.myseldon.com