Сәләмәт булайыҡ
26 Ғинуар 2022, 14:00

Үҫмерҙәр өсөн вакцина алынды

12 - 17 йәшлектәргә прививка эшләтеүгә бәйле ниҙәрҙе белергә кәрәк? Тулы мәғлүмәт текста һәм видеояҙмала.

Үҫмерҙәр өсөн вакцина алындыҮҫмерҙәр өсөн вакцина алынды
Үҫмерҙәр өсөн вакцина алынды

Башҡортостан поликлиникаларына 12 - 17 йәшлектәр өсөн “Спутник М” вакцинаһы килгән.

Коронавирустан прививка эшләтеү тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк? Бөгөн был турала Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре һөйләне.

Ата-әсәләрҙән килгән иң популяр һорауҙарға республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин яуап бирҙе.

Үҫмерҙәрҙе вакцинациялау коллектив иммунитет булдырыу өсөн кәрәк. Был мөһим, сөнки улар ил халҡының ҙур өлөшөн тәшкил итә.

Тикшереүҙәр шуны күрһәтте – “Спутник М” вакцинаһының кире реакциялары бик аҙ. Ул прививкаларҙың милли календарына ингән. 12 - 17 йәшлек балаларға вакцинаны ата-әсәһенең рөхсәте менән яһаясаҡтар, 15 йәштән үткәндәр үҙҙәре лә ризалыҡ бирә ала.

Прививка яһатҡандан һуң балаға был турала белешмә биреләсәк.

Вакцинаны эшләтергә ярамай:

- 12 йәшкә тиклемге балаларға;

- хроник һәм киҫкен сирҙәр көсәйгәндә;

- вакцина компоненттарына аллергия булғанда.

Республикаға идара итеү үҙәге статистикаһына ярашлы, был аҙнала һаулыҡ һаҡлауға бәйле мөрәжәғәттәр күбәйгән – коронавирус һәм вирус инфекциялары менән сирләү осраҡтары арта.

Уҙған тәүлектә республикала 42 кешене коронавирус темаһы борсоған. Статистика буйынса ул етенсе урында. Тәүге өсәү иҫәбендә – юлдар темаһы (97 хәбәр), һаулыҡ һаҡлау (85) һәм хәүефһеҙлек (65).

Тулыраҡ - видеола.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас