Сәләмәт булайыҡ
27 Января 2022, 09:00

Өҫтәмә вакцинация пункты асылды

Ул көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем эшләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өҫтәмә вакцинация пункты асылдыӨҫтәмә вакцинация пункты асылды
Өҫтәмә вакцинация пункты асылды

Хәҙер Кушнаренко халҡына коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу байтаҡҡа уңайлыраҡ, сөнки ауыл уртаһында – район мәҙәниәт йортонда өҫтәмә вакцинация пункты асылды.

Ул көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем эшләй. Урындағы халыҡ бында поликлиникалағы кеүек үк ғәмәлдәрҙе үтәй – анкета тултыра, терапевта тикшерелә, унан прививка һалдыра. Бының өсөн үҙәк район дауаханаһына барыуҙың кәрәге юҡ.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең “Өлкәндәр хаҡында хәстәрлек менән” акцияһы вакцина яһатыуға өҫтәмә этәргес бирә. Акция барышында прививка һалдырған 65 йәштән өлкәндәргә партияның Кушнаренко бүлексәһе бүләк тапшыра. Ә ай аҙағында вакцина яһатҡандар араһында төп бүләк – тонометр уйнатыла.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының район бүлексәһендәге “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр штабы пандемия осоронда ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә. Ирекмәндәр яңғыҙ йәшәгән өлкәндәргә һәм инвалидтарға аҙыҡ-түлек һәм дарыу килтерә, 65 йәштән өлкән кешеләрҙе вакцинациялауға алып бара.

Фото: Кушнаренко районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Лилия Давлетбакова