Сәләмәт булайыҡ
28 Января 2022, 12:15

ФАП-тар бар, тик фельдшерҙар етмәй

Кәңәшмәлә Республика балалар клиник дауаханаһында туҡланыу сифаты менән бәйле хәлде лә тикшерҙеләр. 

ФАП-тар бар, тик фельдшерҙар етмәйФАП-тар бар, тик фельдшерҙар етмәй
ФАП-тар бар, тик фельдшерҙар етмәй

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция тәртибендә уҙғарған “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте” кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу төбәк программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһен тикшерҙеләр.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, 2021 йылдан муниципалитеттарҙа ошо программа буйынса фельдшер-акушерлыҡ пункттарын этаплап алмаштырыу, ремонтлау һәм төҙөү эштәре башҡарыла. Башҡортостанда бөтәһе 2,1 мең фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Былтыр төбәктә 73 модуль булдырылған һәм һигеҙ капиталь пункт төҙөлгән. 2022 йылда 44 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү күҙаллана.

Бынан тыш, 2021 йылда 24 медицина учреждениеһында капиталь ремонт эшләнгән һәм ике яңы объект – Саҡмағош район үҙәгендә поликлиника, шулай уҡ Бөрөлә балалар һәм өлкәндәр өсөн поликлиника төҙөлгән. Уларҙы 2022 йылдың март-апрель айҙарында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Республиканың медицина учреждениеларын заманса техника менән йыһазландырыу өсөн 2021 йылда 2,5 меңдән ашыу берәмек диагностикалау һәм дауалау ҡорамалы һатып алынған. 2022 йылда тағы ла 1,5 мең төрлө комплекс һәм аппарат һатып алыу күҙаллана. Шулай уҡ беренсел медицина звеноһын яңыртыу программаһы сиктәрендә 77 автомобиль һатып алынған. Ә 2022 йылда 85 махсус машина алыуға килешеүҙәр төҙөлгән дә инде.

Республика етәксеһе 2019-2020 йылдарҙа сафҡа индерелгән фельдшер-акушерлыҡ пункттарының эшен тикшереү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса уны Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы үткәрҙе. Мәҫәлән, тикшерелгән 151 пункттың 19-ы ябыҡ булып сыҡҡан. Муниципалитет вәкилдәре аңлатыуынса, фельдшерҙар етешмәү сәбәпле, ауылдарҙы бер үк ваҡытта яҡындағы ауылдарҙан белгестәр хеҙмәтләндерә.

Радий Хәбиров район хакимиәттәренә бер ай эсендә фельдшерҙарҙы даими нигеҙҙә фельдшер-акушерлыҡ пункттарына эшкә йәлеп итергә ҡушты.

– Был дөрөҫ булмаған хәл. Яңы пункттар төҙөү генә түгел, уларҙы квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү ҙә мөһим. Бер айҙан ошо объекттарҙы һәм урындағы халыҡты ҡабул итеү графигын йәнә тикшерербеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк Башлығы Башҡортостан Хөкүмәтенә ауылға килгән медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә ярҙам сараларын әҙерләргә ҡушты. Был һорауҙы алдағы “Һаулыҡ һаҡлау сәғәт”тәренең береһендә тикшерәсәктәр.

– Төп бурыс – республика халҡы мохтажлыҡ кисергән медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Артабан вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин яңы медицина учреждениелары төҙөү буйынса пландар хаҡында һөйләне. Шулай, 2022 йылда беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу программаһы буйынса Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс ярҙам станцияһы менән дауахана төҙөлә башлай һәм Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһының инфекция корпусы реконструкциялау һәм балалар поликлиникаһы итеп үҙгәртеп ҡорола башлаясаҡ.

Бынан тыш, Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә Республика кардиология үҙәге бинаһын төҙөкләндереүҙе һәм хирургия корпусын төҙөүҙе, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы поликлиникаһының яңы корпусын, Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия корпусын һәм Өфөлә Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөүҙе дауам итәләр.

“Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә ҡатнашыусылар шулай уҡ Республика балалар клиник дауаханаһында туҡланыу сифаты менән бәйле хәлде тикшерҙе. Уҙған аҙна аҙағында бәләкәй пациенттарҙың ата-әсәләре уға ялыу итте. Максим Забелин һөйләүенсә, белгестәр аутсорсинг компанияһынан килгән аҙыҡ-түлекте тикшерә һәм уның етәкселеге менән кәңәшмә ойошторған.

Тәьмин итеүселәр менән эш принципиаль нигеҙҙә – бөтә продукттарҙың сифатына һәм хәүефһеҙлегенә талаптарҙы теүәл үтәүгә ҡоролорға тейеш, тине Башҡортостан Башлығы.

– Принцип бик ябай – бер генә иҫкәртеү бар. Бындай хәл бер нисә тапҡыр булған осраҡта, беҙ ошондай компания менән эште туҡтатабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Быны социаль туҡланыу өлкәһендә эшләүсе бөтә эшҡыуарҙар аңларға тейеш.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас