Сәләмәт булайыҡ
28 Ғинуар 2022, 06:58

“Омикрон”ға ҡаршы көрәшергә әҙербеҙме?

Коронавирустың яңы штамы табылған  илдәрҙән килгән туристарға һәм  студенттарға ҡарата талаптар арттырылды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йыш яңғыраған һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе.

“Туристарға ниндәй талаптар ҡуйыла? Донъяла эпидемиологик хәлдең насарланыуына бәйле, имен булмаған илдәрҙән килеүсе кешеләр изоляция режимын һаҡларға һәм ике тапҡыр ПЦР-тест тапшырырға тейеш. Был исемлеккә Ботсвана, Зимбабве, Лесото, Мадагаскар, Мозамбик, Намибия, Танзания, Эсватини, Көньяҡ Африка Рес­пуб­ликаһы һәм Гонконг ингән. Был хаҡта Рәсәйҙең баш дәүләт санитар табибы ҡарарында ла әйтелгән.

Үрҙә билдәләнгән илдәрҙән Өфөгә тура рейстар юҡ, әммә кешеләр транзит менән башҡа илдәр аша килә ала. Мәҫәлән, Төркиә  йәки Европа илдәре аша, шуға күрә сит илдән ингән һәр кемдең документтарын тәүҙә сит ил һаҡсылары тикшерә. Әгәр кешенең һуңғы 14 көн эсендә ошо илдәрҙең береһендә булыуы асыҡланһа, “Роспотребнадзор” хеҙмәткәре саҡыртыла. Аэропорттың таможня зонаһын­да туристарға экспресс-тест яһала. Һөҙөмтә 15-20 минутта әҙер була. Ул ыңғай булһа, кешене йоғошло ауырыуҙар госпиталенә алып китәсәктәр.  Сир булыуы асыҡланмаһа, ул 14 көнлөк изоляцияны үтергә тейеш. Өйҙә лә ултырырға мөмкин. Әгәр ундай мөмкинлек булмаһа, был ваҡытты махсус асыҡ медицина обсерваторында үткәрергә тура киләсәк.

Әгәр  турист тестан һәм обсервациянан баш тартһа? Карантин – мотлаҡ процедура. Тәртип боҙоусыларға 40 мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал.

Вирус даими үҙгәреп тороу­сан, мутация  һәм яңы штамдар барлыҡҡа килтереүсән. Был тәбиғи хәл. Үҙен һаҡлау өсөн вирус тышсаһын үҙгәртеп тора. Рәсәйҙә  лә “омикрон” штамдары тарала башланы. Унан тулы­һынса ҡасып ҡотолоп булмай, ти тикшеренеүсе ғалимдар.

“Ят “ҡунаҡ”ты әле аҙ беләбеҙ, клиник осраҡтар һирәк күҙәтелә. Коронавирус сирен элек үткәргән йәки вакцина яһатҡан кешеләрҙең яңы штамды еңел үткәреүе билдәле”, – тигән аңлатма бирҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас