

Бөгөн видеоконференция тәртибендә уҙған “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус пандемияһының сираттағы тулҡыны шарттарында республика һаулыҡ һаҡлау системаһының амбулатор звеноһы эшен көсәйтергә ҡушты.
Яңы “омикрон” штамы тиҙ йоғоуы менән айырылып тора, ләкин пациенттар, ҡағиҙә булараҡ, ауырыуҙы билдәләрһеҙ йәки еңел формала үткәрә. Был осраҡта төп ауырлыҡ поликлиникаларға төшә.
– Әле беҙҙе иң нығы коронавирустың сираттағы тулҡыны борсой. Көн һайын сирлеләр һаны күбәйә, тимәк, һаулыҡ һаҡлау системаһына көсөргәнеш арта, – тине Радий Хәбиров. – Өҫтәүенә поликлиникаларға мөрәжәғәттәр ҙә йышая. Әленән сираттарҙың барлыҡҡа килеүен теркәйбеҙ, айырыуса Өфөлә. Улай булырға тейеш түгел. Пандемияға ҡарамаҫтан, кешеләр ваҡытында медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш.
Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская билдәләүенсә, 2022 йылдың 1 ғинуарынан 27-һенә тиклем “Инцидент-менеджмент” һәм “Кире бәйләнеш платформаһы” системалары һаулыҡ һаҡлау темаһы буйынса халыҡтың 1 912 мөрәжәғәтен эшкәрткән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Мөрәжәғәттәрҙең күпселеге – ковид-19-ҙан дауаланыуҙан алып табипҡа яҙылыуға тиклем.
– Халыҡты иң борсоған тема - поликлиникаларҙа сират, – тип билдәләне Елена Прочаковская.
“Омикрон” штамы таралыу шарттарында республиканың Ковидҡа ҡаршы хәл-торош үҙәге операторҙарына йөкләмә артты. Көн һайын улар ике-өс мең шылтыратыу эшкәртә. Халыҡтың бөтә һорауҙарына тиҙ арала яуап биреү өсөн өҫтәмә рәүештә 24 оператор кәрәк. Радий Хәбиров был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә ҡушты.
– Хәл-торош үҙәгендә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан да медицина эксперттарының булыуы мөһим, улар кешегә телефон аша консультация бирә һәм уның мәсьәләһен тиҙ арала хәл итә алыр ине, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙҙең операторҙар күп шылтыратыуҙарға әҙер булырға тейеш.
Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов хәбәр итеүенсә, 12 ординатор Ковидҡа ҡаршы хәл-торош үҙәгендә эшләй башларға әҙер.
Медицина кадрҙарының коронавирустың сираттағы тулҡынына әҙерлеге тураһында һөйләгәндә, Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, әле COVID-госпиталдәрҙә 439 табип һәм 902 урта медицина хеҙмәткәре эшләй. Бынан тыш, 8 118 табип, 19 250 фельдшер һәм шәфҡәт туташы яңынан уҡыу үткән.
Амбулатор звенола коронавирус менән ауырыған пациенттарға 1 544 табип, 1 398 фельдшер һәм 1 976 шәфҡәт туташы ярҙам күрһәтә. 1 109 табип һәм 2 275 урта медицина хеҙмәткәре лә ковид менән сирләп киткәндәрҙе дистанцияла көндәлек күҙәтеүгә йәлеп ителгән.
Поликлиникаларға практикаға медицина колледждарының 598 студенты сыҡҡан да инде. 31 ғинуарҙан уларға Башҡортостан дәүләт медицина университетының 843 студенты һәм 150 ординаторы ҡушыла. Амбулатор звенола хәл ябай түгел, сөнки табиптар үҙҙәре лә сирләй. Максим Забелин һәм Елена Прочаковская билдәләүенсә, иң ҙур йөкләмә – Өфө, Стәрлетамаҡ поликлиникаларына. Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына республикалағы ҙур медицина учреждениеларының баш табиптары менән кәңәшмә уҙғарып, уларҙың ваҡытлыса поликлиникаларға нисә белгесте тапшыра алыуын асыҡларға ҡушты.
Максим Забелин белдереүенсә, табиптарҙы өйгә саҡыртыуҙы хеҙмәтләндереү өсөн өҫтәмә рәүештә 192 автомобиль кәрәк. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына медицина ойошмалары ихтыяжы өсөн тиҙ арала хеҙмәт автомобилдәре бирергә ҡушыуын хәтергә төшөрҙө.
– Киләһе аҙнаның башында ошо мәсьәләне хәл итеүҙәре тураһында еткереүегеҙҙе һорайым, – тине төбәк етәксеһе.
Максим Забелин белдереүенсә, 28 ғинуарға республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 129 552 кеше тәшкил итә. Һуңғы тәүлек эсендә 570 яңы осраҡ раҫланған. Бөтәһе 119 727 кеше һауыҡҡан, уларҙың 326-һы – уҙған тәүлектә. Төбәктә сирлеләр өсөн 2 250 урын булдырылған. Буш койка фонды 34,8 процент тәшкил итә.
Республикала коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу дауам итә. Башҡортостанға бөтәһе 2 914 858 доза вакцина алынған. 28 ғинуарға мәғлүмәттәр буйынса, 2 347 506 кеше прививка яһатҡан. 2 193 135 граждан вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Был прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 94,5 һәм 88,3 проценты.
Был аҙнала республикаға мәктәп йәшендәге балалар, үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән “Спутник-М” вакцинаһының тәүге 2 800 дозаһы алынды. 172 уҡыусыға үҙ теләге менән прививка яһалған да инде. Республика етәксеһенең ҡушыуына ярашлы, 25 ғинуарҙан балаларҙы вакцинациялауҙың үҙенсәлектәре тураһында брифингтар, аңлатыу саралары циклы башланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыр өсөн Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан 178 вакцинация пунктында поликлиника регистратураһы йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша алдан яҙылырға мөмкин.
Кәңәшмә аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике йыл инде коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән табиптарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. Ковид-19-ҙың яңы тулҡыны йәнә бөтә кәрәкле ресурстарҙы мобилизациялауҙы талап итә.
– Кешеләр тәүлектәр буйы ярҙам ала алмаған, һөҙөмтәлә сирҙең ауыр эҙемтәләре тыуған осраҡтарға юл ҡуймауҙы һорайым, – тине Радий Хәбиров. – Бындай һәр осраҡ ғәҙәттән тыш хәл булараҡ ҡараласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.