

Боҙло юлда тайып йығылыу һөҙөмтәһендә имгәнгән йәки берәй ере һынған кешегә компенсация һорап ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Ошондай хәл булған биләмәгә идара иткән компанияғамы, әллә уны ҡуртымға алыусығамы? Бындай ғәмәлдәрҙең тәртибе ниндәй?
Һорауҙарға адвокат, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Булат Сафин яуап бирҙе.
“Тәү сиратта имгәнгән кеше ошо урынға “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға тейеш. Әлбиттә, хәҙер “Ашығыс ярҙам”ға көсөргәнешле эшләргә тура килә, ләкин кеше йығылған урынынан китһә, уға артабан тап ошо ерҙә ҡолап, йәрәхәтләнеүен иҫбатлау еңелдән булмаясаҡ.
Бынан тыш, “Ашығыс ярҙам” менән бергә полиция хеҙмәткәрҙәрен дә саҡыртырға мөмкин. Улар кешенең тап ошо урында ҡолауы тураһында акт төҙөргә тейеш. Шулай уҡ был хәлгә шаһит булған кешеләрҙең дә әйткәндәрен мөмкин тиклем яҙып алырға кәрәк.
Артабан, тәүге ярҙам күрһәтелгәс, имгәнгән кешегә әхлаҡи зыянды, табип күрһәтмәһе булһа, дарыу хаҡын, етди зыян килһә, реабилитацияға аҡса сығымын ҡаплауҙы һорап, йортто хеҙмәтләндергән идарасы компанияға йәки ошо биләмәне боҙҙан таҙартырға тейешле торлаҡҡа ҡарамаған бина, мәҫәлән, сауҙа үҙәге милексеһенә ғариза яҙыу фарыз.
Әгәр дәғүәне ойошма үҙ ирке менән ҡәнәғәтләндермәһә, судҡа мөрәжәғәт итергә һәм бина милексеһенән һәм идарасы ойошманан биләмәне тәртиптә тотоу буйынса бурыстарын үтәмәүе арҡаһында һаулыҡҡа килтерелгән зыян өсөн компенсация түләтергә кәрәк.
Биналарҙың, ҡаралтыларҙың ҡыйығынан өҫтөгөҙгә ҡар йәки боҙ төшкән осраҡта ла эш итеү алымы ошондай уҡ. Бында инде ҡар төшөрлөк биләмәнең ҡоймаланыуына, иҫкәртеүсе алтаҡталар ҡуйылыу-ҡуйылмауға иғтибар итеү шарт.
Ғәҙәттән тыш хәлде кисекмәҫтән теркәү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо участканы төшөргән видеокамералар булһа, яҙманы һаҡлап ҡалыуҙарын, юймауҙарын һорап, ғариза яҙырға кәрәк. Муниципаль унитар предприятиелар кеүек урындағы үҙидара органдары тарафынан хеҙмәтләндерелгән дөйөм файҙаланыуҙағы урындарҙа – юлда, тротуарҙа тайып йығылып имгәнһәгеҙ, ошондай предприятиеларға ғариза яҙығыҙ”, – тине Булат Сафин.
Л. ДӘҮЛИЕВА.