Сәләмәт булайыҡ
28 Ғинуар 2022, 17:15

Һыуҙы аҙ эсһәгеҙ...

zdorovieinfo.ruzdorovieinfo.ru
Фото:zdorovieinfo.ru 

Һыуҙы аҙ эсһәгеҙ, организмда һыу-тоҙ балансы боҙола, был таштар барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була. Инфаркт һәм инсульт хәүефе арта, сөнки ҡан ҡуйыра. Аш һеңдереү процесы насарая, эс ҡатыу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Һыу етешмәү тире торошона шунда уҡ йоғонто яһай һәм беҙ шуның менән ҡартайыуҙы тиҙләтәбеҙ.

Нимә һәм күпме эсергә? Кәүҙәнең бер килограмм ауырлығына 30 мл иҫәбенән таҙа һыу тәҡдим ителә. Идеаль кәүҙә ауырлығын иҫәпләүҙең иң аныҡ алымдарының береһе булып Брок формулаһы тора. Ул ке­шенең ауырлығын, буйын, тән тибын һәм йәш нисбәтен иҫәпкә ала. Ябайлаштырып әйткәндә, түбәндә­гесә: ирҙәр өсөн сантиметрҙа үлсән­гән буй оҙонлоғонан 100-ҙө алырға һәм килеп сыҡҡан һанды 1,15-кә ҡабат­ларға. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сан­ти­метр­ҙағы буй оҙонлоғонан 110-ды алырға һәм яуапты 1,15-кә ҡа­бат­ларға. Бына ошо күрһәткестәр һеҙҙең идеаль кәүҙә ауырлыҡ була ла инде. Артабан көндәлек эсергә тейешле һыу күләменә билдәләү өсөн килеп сыҡҡан һанды 30-ға ҡабатлағыҙ. Мәҫәлән, буйы 160 см булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: (160 – 110) х 1,15 = 57,5 кг – идеаль кәүҙә ауырлығы. 57,5-те 30-ға ҡабатлаһаҡ, 1750 мл килеп сыға. Йәғни көнөнә яҡынса 1,7 литр таҙа һыу эсергә кәрәк.

 

Гөлдәр Яҡшығолова.

Читайте нас