Сәләмәт булайыҡ
29 Ғинуар 2022, 13:20

Ауырыусылар һаны күбәйә

Уҙған аҙнала үҫеш 40 процент тәшкил итте.

Ауырыусылар һаны күбәйәАуырыусылар һаны күбәйә
Ауырыусылар һаны күбәйә

31 ғинуарҙан Башҡортостанда бөтә поликлиникалар ҙа 07.30 сәғәттән 22.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. ПЦР-анализдарҙы поликлиникаларҙа 19.30 сәғткә тиклем тапшырырға мөмкин буласаҡ. Ә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Роспотребнадзор ҡарамағындағы лабораториялар тәүлек әйләнәһенә эшен туҡтатмаясаҡ. 29 ғинуарҙа видеоконференция режимында ойошторолған төбәк биләмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала хәбәр итте.

“Төбәктә COVID-19 менән ауырыусылар һаны үҫә. Уҙған аҙнала үҫеш 40 процент тәшкил итте. Инфекция үҙәктәрендә 2600 урын тулы, буш койка фонды 38 процент тәшкил итә. Өҫтәмә пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн резерв бар. Шул уҡ ваҡытта дауаханаға оҙатылған ауырыуҙар һаны дөйөм ауырыусылар һанының 4,5 процентын тәшкил итә. Тәүлек эсендә 710 кешелә инфекция асыҡланды. Пандемия башланғандан алып республикала 130262 кеше ауырыны”, - тип хәбәр итте БР Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Ул шулай уҡ “омикрон” штамы менән зарарланыусыларҙың ауырыуҙы еңел үткәреүҙәрен билдәләне. ПЦР-анализдарҙы поликлиникаларҙа 19.30 сәғәткә тиклем тапшырырға мөмкин буласағын, ә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Роспотребнадзор ҡарамағындағы лабораториялар тәүлек әйләнәһенә эшен туҡтатмаясағын белдерҙе.

Ултырышта Максим Забелин 31 ғинуарҙан Башҡортостанда бөтә поликлиникаларҙы 07.30 сәғәттән 22.00 сәғәткә тиклем эшләү графигына күсерергә тәҡдим итте. Республика Башлығы был тәҡдимде хупланы һәм амбулатор ярҙамды көсәйтергә ҡушты.

“Бөтә пациенттар ҙа йәшәгән урындары буйынса беренсе медицина ярҙамын ваҡытында алырға тейеш.  Ауырыу юғары температура менән көн дауамында табибта ҡаралыуҙы көтөргә тейеш түгел. Муниципалитет башлыҡтары был мәсьәләне контролдә тоторға бурыслы”, – тине Радий Хәбиров.

Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов студенттарҙың һәм ординаторҙарҙың дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа табиптарға ярҙамға ҡушылыуы тураһында һөйләне.

БР Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин мәғлүмәттәре буйынса, төбәк 2 914 858 дана вакцина ҡайтартҡан. 29 ғинуарға беренсе компонентты 2 335 929 кеше алған, 2 197 606 кеше тулыһынса вакцинацияланған.

Был аҙнала республика 2800 дана «Спутник-М» вакцинаһын ҡайтартҡан. 29 ғинуарға 12-18 йәшлек 459 уҡыусы прививкаланған.

Райондарҙың күбеһендә вакцина алырға тейеш гражандарҙың 100 проценты прививка яһатҡан. Кумертау, Октябрьский, Сибай, Белоретта был күрһәткес 80 проценттан да түбән. Республика Башлығы халыҡты вакцинациялау эшен әүҙемләштерергә ҡушты.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Римма Султанова
Читайте нас