

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холындағы вакцинация пунктында прививка яһатыусыларға һәм ревакцинация үтеүселәргә ковидҡа ҡаршы йыйылма тапшыралар. Акция “COVID-19 таралыуын туҡтат” Бөтә Рәсәй программаһы сиктәрендә “Рәсәй Ҡыҙыл тәреһе” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторолған.
“Акция коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеүгә, кешеләрҙә үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлегенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә, коронавирусҡа ҡаршы коллектив иммунитет булдырыуға йүнәлтелгән. Бындай сараларҙы даими уҙғарабыҙ”, - ти “Ҡыҙыл тәре”нең Өфөләге бүлексәһе рәйесе Антон Федотов.
“Ҡыҙыл тәре” ирекмәндәре Башҡорт дәүләт медицина институты ҡарамағындағы “Медик-ирекмәндәр” берләшмәһе ағзалары менән берлектә, халыҡҡа санитари-эпидемиология талаптарының кәрәклеге тураһында һөйләй, борсоған һорауҙарға яуап бирә, буклеттар һәм битлек, антисептик, бирсәткәнән торған гигиена йыйылмалары тарата.
Фото: Өфө хакимиәте матбуғат хеҙмәтенән.