Сәләмәт булайыҡ
29 Ғинуар 2022, 17:30

Хәл ҡатмарлаша

“Башҡортостанда COVID-19. Артабан нимә көтөлә?” тип исемләнгән сираттан тыш брифинг уҙғарылды.

Хәл ҡатмарлашаХәл ҡатмарлаша
Хәл ҡатмарлаша

29 ғинуарҙа БЮТ каналында тура эфирҙа сираттан тыш брифинг уҙғарылды. “Төбәктә COVID-19 менән ауырыусылар һаны үҫә. Уҙған аҙнала үҫеш 40 процент тәшкил итте. Инфекция үҙәктәрендә 2600 урын тулы, буш койка фонды 38 процент тәшкил итә. Өҫтәмә пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн резерв бар. Шул уҡ ваҡытта дауаханаға оҙатылған ауырыуҙар һаны дөйөм ауырыусылар һанының 4,5 процентын тәшкил итә. Тәүлек эсендә 710 кешелә инфекция асыҡланды.

31 ғинуарҙан Башҡортостанда бөтә поликлиникалар ҙа 07.30 сәғәттән 22.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. ПЦР-анализдарҙы поликлиникаларҙа 19.30 сәғәткә тиклем тапшырырға мөмкин буласаҡ. Ә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Роспотребнадзор ҡарамағындағы лабораториялар тәүлек әйләнәһенә эшен туҡтатмаясаҡ.

Коронавирус инфекцияһының таралыуы сәбәпле, табиптарға ҙур көсөргәнеш тыуа. Тар белгестәргә яҙылыу өсөн сираттар теҙелә. Бәхеткә күрә, Башҡорт дәүләт медицина университеты табиптарға ярҙамға килде”, - тип хәбәр итте БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Башҡорт  дәүләт медицина университетының ординатура бүлеге начальнигы Рәмил Зиғитов белдереүенсә, уҡыу йортонда белем алыусы ике мең ярым студент бөгөн табиптарға ярҙамға йәлеп ителгән.

Иң ҡатмарлы хәл баш ҡалала. Өфөнөң 50-се поликлиникаһының баш табибы Гөлнара Мостафина хәбәр итеүенсә, коронавирус инфекцияһы менән ауырыусылар һаны 14 ғинуарҙан кинәт үҫә башлаған.

Республика "Ашығыс ярҙам" станцияһының баш табибы Аяз Камалов эш нескәлектәре менән таныштырып китте, станцияла кадрҙар мәсьәлһенең киҫкен тороуын белдерҙе.

Был аҙнала республикаға 2800 дана «Спутник-М» вакцинаһы килтерелгән. 29 ғинуарға 12-18 йәшлек 459 уҡыусы прививка яһатҡан.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш педиатры Людмила Семавина балаларҙың ковид менән ауырыуы, балаларға прививка ҡаҙатыу мәсьәләләре тураһында һөйләне.

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева ла балаларҙы вакцинациялау мәсьәләһен күтәрҙе, уның организмға зыян килтермәүен билдәләне.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин мәғлүмәттәре буйынса, төбәк 2 914 858 дана вакцина ҡайтартҡан. 29 ғинуарға беренсе компонентты 2 335 929 кеше һалдырған, 2 197 606 кеше тулыһынса вакцинацияланған.

Республикала коронавирус буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” эшләй. Тәүлек әйләнәһенә 8 (347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20 телефондары буйынса шылтыратып, коронавирусҡа ҡағылышлы һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас