Сәләмәт булайыҡ
29 Ғинуар 2022, 15:30

Һорауҙарҙың иң күбеһе һаулыҡ һаҡлауға ҡағыла

Күптәр ауырый, Республикаға идара итеү үҙәгендә лә ауырыйҙар...

Һорауҙарҙың иң күбеһе һаулыҡ һаҡлауға ҡағылаҺорауҙарҙың иң күбеһе һаулыҡ һаҡлауға ҡағыла
Һорауҙарҙың иң күбеһе һаулыҡ һаҡлауға ҡағыла

Күптәр ауырый, Республикаға идара итеү үҙәгендә лә ауырыйҙар. Һыуыҡ үткәреүме, коронавирусмы – барыһы ла буталды. Ошонан табиптарға ҙур көсөргәнеш тыуа. Тар белгестәргә яҙылыу өсөн сираттар, поликлиникаларҙа сираттар...

Коронавирус буйынса штаб ултырышы, дауахана һәм поликлиникалар буйлап йөрөүҙәр, “Һаулыҡ сәғәте” форматында кәңәшмәләр – Радий Хәбиров ҡайҙа ҡатмарлы, шунда күберәк иғтибар бүлә. Бөгөн дә кәңәшмә уҙҙы, унда беҙ ҙә сығыш яһаныҡ. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин - ошо хәлдә нимә эшләнеүе, беҙ - Башҡортостан халҡын нимә борсоуы тураһында.

Республикаға идара итеү үҙәгенә ғинуар айында килгән һорауҙар араһында иң күбеһе һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһенә, атап әйткәндә, коронавирус проблемаларына ҡағыла. ”Инцидент-менеджмент” системаһына 443 мөрәжәғәт килгән. Шуларҙың күбеһе Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Бәләбәйҙән һәм Иглин районынан.

Башҡорт дәүләт медицина университеты табиптарға ярҙамға килде. Ысын хеҙмәттәштәр! 20-шәр медицина фәндәре докторҙары һәм кандидаттарынан, кафедра мөдирҙәренән торған 10 бригада, 50 табип һәм 2534 ординаторҙарҙан торған алты бригада ойошторҙо. Ошо турала кәңәшмәлә уҡыу йорто ректоры Валентин Павлов хәбәр итте.

Иң мөһиме - һәр кешегә ярҙам итеү. Поликлиникаға шылтыратып булһын өсөн, табиптар килһен өсөн, медицина хеҙмәткәре ярҙам итһен өсөн.

“Һаулыҡ сәғәте”ндә беҙ нимә эшләйбеҙ? Һәр мөрәжәғәтте иҫәпкә алабыҙ. Иң ҡатмарлыларын БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә тикшерәбеҙ һәм “Һаулыҡ сәғәте” кәңәшмәһендә хәбәр итәбеҙ. Эш башлауҙың беренсе көнөнән алып шулай итәбеҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ теләйбеҙ!

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас