Сәләмәт булайыҡ
30 Ғинуар 2022, 17:00

Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова баш итенән рулет тәҡдим итә

Уңған хужабикәләр бер нәмәне әрәм итмәй.

Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова баш итенән рулет тәҡдим итәМәфрүзә Зәйнәғәбдинова баш итенән рулет тәҡдим итә
Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова баш итенән рулет тәҡдим итә

Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова баш итенән рулет эшләү сере менән уртаҡлаша.
"Баш итен оҙаҡ итеп бешерҙем, шунан матур итеп өҫтө - өҫтөнә һалдым, һәр  ҡатҡа, йәғни һәр береһенең өҫтөнә ҡара борос, һарымһаҡ һөртөп, ышҡыным, тығыҙ итеп төрөп, өҫтөнә ауыр нәмә һалып  бер аҙ өйҙә тоттом, шунан һыуыҡ урынға ҡуйҙым. Баш итенән әллә күпме деликатес эшләп була - тәмле лә, файҙалы ла," - тип хәбәр итә уңған хужабикә.

Әйткәндәй, һеҙ баш итенән нимәләр эшләйһегеҙ? Элек башҡорттарҙа баш ите бик ҡәҙерле һәм абруйлы ҡунаҡтарға тәҡдим ителгән.

Фото һәм сығанаҡ: Баймаҡ районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас