Сәләмәт булайыҡ
30 Ғинуар 2022, 12:15

Сир көндән-көн күбәйә

 Бөгөнгө оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда ковид менән 852 кеше сирләгән

Сир көндән-көн күбәйәСир көндән-көн күбәйә
Сир көндән-көн күбәйә

Башҡортостанда коронавирус һаман китергә ашыҡмай, киреһенсә, уны йоҡтороусылар һаны арта бара. Бөтәһе 131 144 кеше ковид менән сирләгән, тағы 852 кешелә сир асыҡланған. 194 кеше дауаханаға һалынған, уларҙың 113-ө — 60 йәштән өлкән пациент.

44 сирле ауыр хәлдә, берәү үпкәне яһалма елләтеү аппараты менән тын алырға мәжбүр. Ауырыуҙарҙың тәүлегенә 489-ы дауахананан сыҡҡан, 13  үлем осрағы теркәлгән.

Уҙған тәүлектә 4 301 кеше прививка яһатҡан (2 785-е —  беренсе, 1 516-ы- икенсе компонентын алған), планға ҡарата 88,5%.

Республикаға барлығы 2 914 858 доза вакцина килтерелгән. Ревакцинация үтеүселәр һаны - 302 772 (+1 628)

Республикала коронавирус буйынса “Ҡыҙыу линия” ла эшләй. Һеҙ тәүлек әйләнәһенә 8 (347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20 телефондары буйынса шылтыратып, коронавирусҡа ҡағылышлы һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас