Сәләмәт булайыҡ
31 Ғинуар 2022, 10:15

100 мең самаһы кеше ҡалған

Башҡортостанда вакцинация менән хәлдәр нисек?

100 мең самаһы кеше ҡалған100 мең самаһы кеше ҡалған
100 мең самаһы кеше ҡалған

Башҡортостанда вакцинация менән хәлдәр нисек? Был турала оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.

Уның белдереүенсә, Башҡортостанда вакцна яһатырға тейеш кешеләрҙең 95 проценты был ғәмәлде үтәгән. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, планды үтәр өсөн ни бары 100 мең самаһы кешегә прививка яһатырға ҡалған. 300 меңдән ашыу кеше ревакцинация үткән. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үҫмәрҙәр араһында 459 кеше "Спутник М" вакцинаһын һалдырған. 

Башҡортостанда пандемия башланғаны бирле коронавирус диагнозы 132078 кешегә ҡуйылған, һандар көн һайын арта. Министр белдереүенсә, әле республика әүҙем эпидемиологик үҫеш фазаһын кисерә. Бер аҙна эсендә сирләй башлағандар һаны 100 процентҡа артҡан.

Әле дауаханаларҙа 192 пациент ята, уларҙың 44-нең хәле ауыр, улар реанимация бүлексәһендә.

Республиканың Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге лә көсөргәнешле тәртиптә эшләй. Үткән аҙнала улар 31 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән, был алдағы аҙна менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға күберәк. Үҙәктең етәксеһе Римма Үтәшева белдереүенсә, улар колл-үҙәктең хеҙмәткәрҙәрен 11-ҙән 47 кешегә тиклем арттырған. Улар араһына студенттар, ординаторҙар, чиновниктар өҫтәлгән.

Фото: sovselo.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас