

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, Башҡортостанда бөгөндән, 31 ғинуарҙан алып, өлкәндәр поликлиникалары иртәнге 7.30-ҙан киске 22 сәғәткә тиклем эшләй башларға тейеш. Был коронавирустың яңы “омикрон” штамы килеүенә бәйле. Асыҡланыуынса, был сир бик тиҙ йоға, әммә сағыштырмаса еңел үтә. Шуға күрә был тулҡында ҙур көс амбулатор звеноға – поликлиникаларға төшә.
Ошоларҙы иҫәптә тотоп, шәмбе коронавирусҡа ҡаршы оператив штаб ултырышында поликлиникалар эшен оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Шулай уҡ бөгөндән поликлиникалағы табиптарға ярҙамға медицина уҡыу йорттары студенттары һәм ординаторҙары сығырға тейеш ине.
Әммә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был эш бөгөн насар башҡарылған.
– Миңә иртә таң менән хәбәрҙәр килә башланы. Был эште насар башҡарғанһығыҙ. Мәҫәлән, поликлиникаларға вәғәҙә ителгән медицина университеты студенттары һәм ординаторҙары сыҡмаған. Бәлки был ойоштороу эштәре менән бәйлелер, тик мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе белдереүенсә, ҡайһы бер поликлиникалар хатта ваҡытында асылмаған. Таң менән Өфө һәм Иглин райондары, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары поликлиникалары янында тышта сираттар күҙәтелгән.
– Беҙҙең кешеләр поликлиникаға барыр өсөн тышта сиратта торорға тейеш түгел. Ярар әле бөгөн урамда – 20 градус түгел, ә һыуығыраҡ булһа? 25-әр кеше тышта торған тип хәбәр итәләр. Былай булырға тейеш түгел, тиҙ арала мәсьәләне хәл итегеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: newsbash.ru