

Бөгөн, 31 ғинуарҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә урынлашҡан Ковидҡа ҡаршы хәл-торош үҙәгендә булды һәм операторҙарҙың эш тәртибен тикшерҙе.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың Ковидҡа ҡаршы хәл-торош үҙәге координаторы Римма Үтәшева 2020 йылдың ноябрендә республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса булдырылған телефон шылтыратыуҙарын ҡабул итеү һәм эшкәртеү алгоритмы хаҡында һөйләне.
Шулай, 24 ғинуарҙан 30-на тиклем үҙәк операторҙары халыҡтың 30 738 мөрәжәғәтен ҡараған - элеккегә ҡарағанда дүрт тапҡырға тиерлек күберәк. Ә 2020 йылдың 16 ноябренән (347) 218-19-19 телефоны буйынса ҡыҙыу элемтәгә 433 825 ғариза килгән. Үҙәк көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Шылтыратыуҙарҙың күбеһе өйҙә амбулатор дауаланыуҙы ойоштороу, ПЦР-тест һөҙөмтәләрен аныҡлау, коронавирустан вакцинацияға яҙылыу менән бәйле.
"Беҙҙә халыҡтың теге йәки был һорауҙарына яуаптарҙың әҙер медицина шаблондары бар, ләкин һуңғы көндәрҙә хәл-торош үҙәге операторҙарына йөкләмә ҡырҡа артты. Һәм беҙгә, былтыр көҙҙәге кеүек, медицина белеме һәм күнекмәләре булған өҫтәмә операторҙар кәрәк булды. Бөгөн Башҡортостан дәүләт медицина университеты табиптары, ординаторҙары иҫәбенән 43 эксперт дежурға сыҡты, улар кешегә телефон аша консультация бирә, уның мәсьәләһен тиҙ арала хәл итә ала, – тине Римма Үтәшева.
Республика Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына өлкән йәштәгеләр өсөн поликлиникаларҙа пациенттарҙы ҡабул итеүҙең яңы графигы тураһында мәғлүмәт биреү буйынса киң аңлатыу эше ойошторорға ҡушты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 29 ғинуарҙа уҙған коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб ултырышында 31 ғинуарҙан бөтә өлкәндәр поликлиникаларының эшен дүшәмбенән йәкшәмбегә тиклем иртәнге 7-се яртынан киске 10-ға ҡәҙәр ойошторорға ҡарар ителде. ПЦР-анализдарҙы поликлиникаларҙа 19.30-ға тиклем тапшырырға мөмкин. Ә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм "Роспотребнадзор" ҡарамағындағы лабораториялар тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күсә.
– Беҙ 2021 йылдың көҙөндә ошо хәл-торош үҙәгендә 90 оператор эшләгән ваҡиғаларға ҡайтабыҙ. Бөгөн консультанттар һанын 47-гә тиклем арттырҙыҡ һәм артабан да белгестәрҙе күбәйтербеҙ, моғайын. Иң мөһиме - кешенең үҙ сире менән яңғыҙ ҡалмауы һәм тиҙ генә шылтыратып, консультация алыуы, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙерге ҡатмарлы эпидемиологик хәлдә халыҡ үҙәктә аҙ булһа ла мәғлүмәт алырға тейеш. Тап шуға ла беҙ беренсел консультация биреүсе табиптарҙы һәм студент-ординаторҙарҙы саҡырҙыҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.