Сәләмәт булайыҡ
31 Ғинуар 2022, 07:15

Вил Тимербулатовҡа яңы вазифа

Был туралағы ҡарарға 29 ғинуарҙа ҡул ҡуйылған

Вил Тимербулатовҡа яңы вазифаВил Тимербулатовҡа яңы вазифа
Вил Тимербулатовҡа яңы вазифа

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы яңы тәғәйенләнеүҙе иғлан итеү менән башланы. Профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Вил Тимербулатов Башҡортостан Башлығының һаулыҡ һаҡлау буйынса кәңәшсеһе тип тәғәйенләнде.

Был туралағы ҡарарға 29 ғинуарҙа ҡул ҡуйылған. Ул был вазифала бушлай эшләйәсәк.

– Барығыҙ ҙа күреп тора, Вил Мамил улы бөтә коронавирус менән көрәш осоронда беҙҙең менән бергә булды. Уның белемдәре, ойоштороу һәләте беҙҙең өсөн бик файҙалы буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: news.myseldon.com

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас