Сәләмәт булайыҡ
1 Февраль 2022, 09:40

Башҡортостанда үҫмерҙәрҙе вакцинациялау нисек бара?

Балалар ҙа, уларҙың ата-әсәһе лә прививка яһатыуҙың мөһимлеген аңлай. 

Башҡортостанда үҫмерҙәрҙе вакцинациялау нисек бара?Башҡортостанда үҫмерҙәрҙе вакцинациялау нисек бара?
Башҡортостанда үҫмерҙәрҙе вакцинациялау нисек бара?

Үткән аҙнала Башҡортостанға 12 йәштән 17-гә тиклемге үҫмерҙәр өсөн 2880 доза “Спутник М” вакцинаһының беренсе партияһы килде. Ул республиканың ҡала һәм район дауаханаларына таратылды. Хәҙер унда эш нисек бара икән? Ҡала һәм район гәзиттәре хәбәрселәре үҙҙәренең дауаханаларында булды һәм вакцинация барышын үҙ күҙҙәре менән күрҙе, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәһе менән аралашты.

Сибай ҡалаһының балалар поликлиникаһына үҫмерҙәр өсөн 60 доза вакцина килгән. Аҙна тамамланғансы уны 51 бала һәм үҫмер һалдырып та өлгөргән. Дүшәмбе көн йәнә биш кеше эшләткән.

– Башлыса Сибай ҡалаһының махсус урта белем биреү уҡыу йорттары студенттары прививка яһатты. Улар 15 йәштән үтеп, үҙ ғәмәлдәре өсөн үҙҙәре яуап бирһә лә, атай-әсәйҙәренең дә яҙма рәүештәге ризалығы булды. Әйтергә кәрәк, берәү ҙә дәғүә белдермәне, киреһенсә, ғаиләбеҙҙә барыһы ла коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан, мин бер үҙем ҡалғайным, тип әйтәләр, – ти Сибай балалар поликлиникаһының бүлек мөдире Римма Насирова.

– Әлбиттә, башта ҡурҡыта ине, хәҙер вакцинаның ауырыуҙы еңә алған берҙән-бер сара булыуын аңланыҡ. Балам да “юҡ” тимәне, шуға күрә кеше ыңғайына яһаттыҡ, – ти Аделина исемле ҡыҙҙың әсәһе.  

Хәйбулла районы педиатры Фәнисә Аҡбулатова әйтеүенсә, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына килтерелгән ике компонентлы 60 доза вакцинаның тәүге партияһы өс мәктәп уҡыусылары араһында бүленәсәк. 31 ғинуарҙа Аҡъярҙағы 1-се һәм Бүребай мәктәптәре уҡыусылары прививка һалдырһа, 1 февралдә Аҡъярҙағы 2-се мәктәптең 17 уҡыусыһы вакцина эшләтәсәк. Был көндәрҙә бөтәһе 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге 30 бала вакцинацияланасаҡ. Коронавирус инфекцияһынан прививка яһатырға теләгән балалар һәм үҫмерҙәр әлегә 70 кеше. Вакцина килтерелгәс, улар ҙа прививкаға саҡырыласаҡ.

– Быйыл 11-се класты тамамлайым, ҡалаға уҡырға барасаҡмын, шуға күрә вакцина эшләтеү минең өсөн мөһим. Атай-әсәйем үҙҙәре лә прививка яһатҡас, теләгемә ҡаршы килмәнеләр. Коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу өсөн был ғәмәл кәрәктер тип уйлайым, – ти 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыһы Фирүзә Шәрипова.

– Өлкәндәргә вакцинация кампанияһы башланғандан алып, беҙ тормош иптәшем менән ҡаршы булманыҡ, сөнки һаулыҡ мөһимерәк. Шуға күрә икебеҙ ҙә былтыр йәй прививка һалдырҙыҡ һәм бөгөн ревакцинацияға килдек. Шул уҡ ваҡытта 1-се Аҡъяр мәктәбендә 9-сы класта уҡыған улыбыҙ Нәзир ҙә беҙҙең менән бергә “Спутник М” вакцинаһын эшләтергә килде. Беҙ улыбыҙға вакцина яһауға ҡаршы түгелбеҙ. Ни өсөн тигәндә, вируслы ауырыуҙарҙан вакцина  һаҡланыу сараһы булып тора, – тип ҡушыла уға Аҡъяр ауылынан Илүзә Кәримова.

Учалы үҙәк ҡала дауаханаһыГам-КОВИД-Вак-М вакцинаһының беренсе компоненты  60 дозаны ҡабул иткән. Вакцина балаларҙың йәшенә яраҡлаштырылған.

28 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Учалыла 24 бала “Спутник М” вакцинаһын ҡаҙатҡан. Улар – 3-сө лицей, 5-се мәктәп, 10-сы мәктәп уҡыусылары, сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары. Был хаҡта Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының балалар поликлиникаһы мөдире Ирина Косогорцева хәбәр итте һәм ата-әсәләрҙең прививкаға бәйле һорауҙарына яуап бирҙе.

Баш педиатр әйтеүенсә, “Гам-КОВИД-Вак-М” препаратының яңы партияһы килеү менән уны ҡала-райондың медицина учреждениеларына таратып бирәсәктәр. Уҡыусыларға вакцина тәүҙә дауаханаларҙың прививкалау кабинеттарында эшләнәсәк, артабан республикала эпидемиологик хәлдең яҡшырыуына ҡарап, вакцинацияны мәктәптәрҙең медицина кабинеттарында уҙғарыу күҙаллана. 

Балтас районындағы Башҡортостан төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжында студенттар менән коронавирус таралыуына ҡаршы тороуға арналған ҙур һөйләшеү үткән. Уҡыусылар алдында Балтас үҙәк район дауаханаһының баш педиатры Луиза Хажимуллина сығыш яһаған.

– Инфекцияның һәр яңы тулҡыны үҙгәреп килә. Тәүҙә ул өлкәндәр өсөн хәүефле булһа, һуңыраҡ 40-45 йәшлектәр күпләп сирләне. Хәҙер ул йәштәр араһында тарала. Ҡотолоу сараһы – прививка яһатыу. Беҙҙең районға әле үҫмерҙәр өсөн 70 “Гам-Ковид-Вак-М” вакцинаһы килде. Районыбыҙҙа 700-ҙән ашыу үҫмер бар. Вакцина һәр кемгә етәрлек буласаҡ, – тигән педиатр.

Бөрйән районында 31 ғинуарға ҡарата һигеҙ бала “Спутник М” вакцинаһын яһатҡан, әле барлығы 30 доза килтерелгән, ти район педиатры Зилә Исмәғилева.

Бөрйәндәр прививканан ҡурҡмай. Мәҫәлән, Яңы Монасип ауылынан Ләлә Тажитова әйтеүенсә, улар бөтә ғаилә менән прививка яһатҡандар. Вакцина ошо мәкерле сирҙән һаҡлай икәнлеген беләбеҙ, шуға күрә балаларыбыҙға ла яһатырға булдыҡ, ти ул.

Октябрьский ҡалаһы ла үҫмерҙәрҙе вакцинациялау эшенә әүҙем ҡушылған. Бында 60 доза “Спутник М” килтерелгән. Кампания барышы тураһында белем биреү учреждениеларында балаларға һәм үҫмерҙәргә медицина ярҙамын ойоштороу бүлеге фельдшеры Лилиә Зәйҙуллина һөйләне.

– Беренсе булып иммунизация Октябрьский нефть колледжы нигеҙендә башланды. Унда уҡыған 18 йәшкә тиклемге 40 студент вакцинаның беренсе компонентын ҡаҙатты. Икенсе компонент уларға өс аҙнанан эшләнәсәк. Бөгөн 8-се мәктәптә вакцинация буласаҡ, туғыҙ үҫмер киләсәк. Ни өсөн әҙ тиһегеҙме? Әлеге ваҡытта күп мәктәптәрҙә вируслы сир йоҡторған уҡыусылар һаны артты, күп кластар карантинда. Ҡағиҙә буйынса, инфекция сирҙәре билдәләре булғандарға, хроник сирҙәре киҫкенләшкәндәргә әлегә прививка һалырға ярамай, – ти ул. – Әйткәндәй, быға тиклем вакцина яһатҡан 40 студенттың бер-икәүһенең генә тән температураһы 38 градусҡа тиклем күтәрелгән. Был – ғәҙәти күренеш, ҡурҡыныс юҡ. Вакцина һалдырған балаларға бер көн ял бирелде.

Стәрлетамаҡ ҡалаһына үҫмерҙәр өсөн 110 вакцина килтергәндәр, улар яһалып та бөткән. Вакцина теләгән кешеләргә генә эшләнә. Ул ирекле һәм бушлай. Үҙ сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлы булығыҙ!

Фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре" баҫмаһынан. 

Башҡортостанда үҫмерҙәрҙе вакцинациялау нисек бара?
Башҡортостанда үҫмерҙәрҙе вакцинациялау нисек бара?
Башҡортостанда үҫмерҙәрҙе вакцинациялау нисек бара?
Башҡортостанда үҫмерҙәрҙе вакцинациялау нисек бара?
Башҡортостанда үҫмерҙәрҙе вакцинациялау нисек бара?
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас