Сәләмәт булайыҡ
1 Февраль 2022, 08:10

Ҡурсаланыу тәртибен үтәргә һәм үҙ белдегең менән дауаланмаҫҡа

Башҡортостан табиптары ковид менән ауырығанда нимә эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләне.

Ҡурсаланыу тәртибен үтәргә һәм үҙ белдегең менән дауаланмаҫҡаҠурсаланыу тәртибен үтәргә һәм үҙ белдегең менән дауаланмаҫҡа
Ҡурсаланыу тәртибен үтәргә һәм үҙ белдегең менән дауаланмаҫҡа

Башҡортостанда коронавирус менән сирлеләр һаны арта. Уҙған аҙнала ауырыуҙар 40 процентҡа күбәйгән. Хөкүмәт вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин төбәктә коронавирус таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында ошо турала һөйләне. Ул әйтеүенсә, “омикрон” штамын йоҡторған кешеләр, ҡағиҙә булараҡ, ауырыуҙы билдәһеҙ йәки еңел үткәрә, дауаханаға ятыуҙың кәрәге юҡ.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иҫкәрмәһе сирлеләр өсөн файҙалы булыр

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы әлегә тиклем ковидтың еңел формаһы йәки киҫкен респиратор вируслы киҙеү менән ауырығандар өсөн кәңәштәр һәм ғәмәлдәр алгоритмын тәҡдим иткәйне. Документ ведомствоның сайтында (https://minzdrav.gov.ru/news/2022/01/26/18272-minzdrav-rossii-vypustil-pamyatku-dlya-grazhdan-na-sluchay-zabolevaniya-covid-19) донъя күрҙе. Иҫкәрмә хәүеф төркөмөнә ҡарағандар һәм ҡарамағандар, прививка яһатмағандар, балалар өсөн тәҡдимдәрҙе, шулай уҡ һаҡланыу сараларын үҙ эсенә ала.

Дим дауаханаһының баш табибы Фәнил Шәмиғолов билдәләүенсә, коронавирус йоҡторған осраҡта иң мөһиме – сирҙе башҡаларға таратмау, өлкән йәштәге ата-әсәләр эргәһенә ҡунаҡҡа, эшкә бармау, өйҙә ҡалыу. Ковидты еңел үткәргән, ОРВИ менән сирләгән пациенттар өсөн иҫкәрмә сирлеләр өсөн төп кәңәш-тәҡдимгә әүерелергә тейеш.

“COVID-19ҙы дауалау буйынса ваҡытлыса методик тәҡдимдәрҙең һуңғы версияһына ярашлы, сирҙе еңел һәм уртаса үткәргән кешеләр амбулатор шарттарҙа дауаланырға тейеш. Был ҡағиҙә 65 йәштән өлкәндәргә генә ҡағылмай, – тине Фәнил Шәмиғолов. – Башҡортостандың дауалау-профилактика учреждениеларында амбулатор звенола сирлеләрҙе дауалау һәм күҙәтеү алгоритмы төҙөлгән. Был звено ике төп бурысты үтәй: амбулатор сирлеләрҙе айырып, дауаханаға һалыу-һалмауҙы билдәләй, амбулатор дауалау, ПЦР-диагностика менән шөғөлләнә. Амбулатор пациенттар өсөн ашығыс ПЦР-диагностика үткәрелә, улар табип тәғәйенләгәндән һуң дарыуҙар менән тәьмин ителә. Поликлиника табиптары көн һайын бындай сирлеләргә шылтыратып, хәлен белешә, дауалау алымын билдәләй”.

Атап әйткәндә, прививка яһатҡандар, ревакцинация үткәндәр йәки ярты йылдан аҙыраҡ ваҡыт эсендә ауырығандар ковид йоҡтороп, уны билдәһеҙ үткәрһә, дауаланыуға мохтаж түгел, ләкин ауырығанлыҡ ҡағыҙы алып, ҡурсаланыуҙа ҡалырға тейеш. Уларға шулай уҡ тәүлегенә кәмендә бер тапҡыр булһа ла тән температураһын үлсәргә кәрәк.

Табипты ҡасан саҡырырға?

“Беҙҙең төп маҡсат – сирҙе йоҡтороу һәм таралыу хәүефен кәметеү. Хеҙмәткәрҙәр күпләп ауырып, учреждениеларҙың эшмәкәрлеге туҡтамаһын, шулай уҡ яҡындарҙы, хеҙмәттәштәрҙе һаҡлау өсөн сирҙең тәүге билдәләре күҙәтелеү менән кисекмәҫтән ҡурсаланырға һәм Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдим иткән эпидемияға ҡаршы сараларҙы күрергә кәрәк”, – тине Республика ҡан биреү станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов.

Хәлегеҙ насарайып, тынығыҙ ҡыҫылһа йәки тән температураһы 38 градустан юғарыраҡ күтәрелеп, ике көн төшмәһә, 122 телефоны буйынса шылтыратып белгес менән кәңәшләшергә йәки ашығыс ярҙам саҡырырға кәрәк.

Прививка яһатмаған һәм ковид менән ауырымаған кешеләр киҙеңҙең тәүге билдәләре күҙәтелеү менән йәки ковидҡа анализ ыңғай булған осраҡта өйҙә ҡалырға, 122 хеҙмәтенә шылтыратырға тейеш. Хәлегеҙ насарайһа, табипты өйгә саҡыртыу шарт.  

Ауырыу балаларҙы мәктәпкә йәки балалар баҡсаһына ебәрергә ярамай, ата-әсәләр уларҙы үҙ белдеге менән дауаламаҫҡа, табип саҡыртырға тейеш. Сабыйҙың хәле насарайһа, 122 берҙәм телефонына шылтыратыу фарыз.

“Антибиотиктарҙы үҙаллы ҡулланмағыҙ – уларҙы табип ҡына билдәләй. Әйткәндәй, вакцина яһатҡандар ауырымай йәки сирҙе еңел үткәрә. Шуға күрә вакцина һалдырырға һәм ярты йыл һайын ревакцинация тураһында онотмаҫҡа саҡырам”, – тине БДМУ-ның хирургия кафедраһы профессоры, медицина фәндәре докторы Вил Тимербулатов.

Бынан тыш, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы элегерәк тәҡдим ителгән һаҡлыҡ сараларын үтәргә кәңәш итә: битлек кейегеҙ, социаль арауыҡты һаҡлағыҙ, ҡулығыҙҙы йыуып антисептик менән эшкәртегеҙ, халыҡ күп урындарҙа йөрөмәгеҙ, шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны һәм ревакцинацияны ваҡытында яһатығыҙ.

Фото: culture.ru/events

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас