Сәләмәт булайыҡ
2 Февраль 2022, 16:00

Ковид: һуңғы тәүлектә ниндәй хәлдәр теркәлгән?

Сирҙән вафат булғандар һаны 4 784-кә етте.

Ковид: һуңғы тәүлектә ниндәй хәлдәр теркәлгән?Ковид: һуңғы тәүлектә ниндәй хәлдәр теркәлгән?
Ковид: һуңғы тәүлектә ниндәй хәлдәр теркәлгән?

Пандемия башланғандан алып республикала 133 мең 265 кешенең COVID-19 менән сирләүе раҫланған. Стационарҙа – 233 сирле, шул иҫәптән 145-е - 60 йәштән өлкәндәр. Уларҙың 42-һе ауыр хәлдә, өсәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Амбулатор дауаланыуҙа иһә – 7 мең 18 ауырыу, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәндәр – 4 895. Бер тәүлектә - 513, ә барлығы 122 мең 230 кеше дауахананан сығарылған. Ковидтан һуңғы тәүлектә 18 үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып был һан 4 784 тәшкил итә, шул иҫәптән вафат булғандарҙың 4 112-һе - 60 йәштән өлкәндәр.

Дауаханан тыш пневмония осрағы – 28. Унан шәбәйеп дауахананан сығарылғандар һаны – 137.

Коронавирус инфекцияһынан прививканың тәүге компонентын барлығы 2371970 кеше эшләткән. Был – вакцинацияланырға тейешле халыҡтың 95,5 проценты. Ике компонентты ла тулыһынса 2210813 граждан яһатҡан (88,9 процент). Ревакцинация эшләткәндәр һаны – 310931 (+3687).

60 йәштән өлкәндәр араһында тәүге компонентты – 636086, икенсеһен 582368 кеше яһатҡан.

12 – 17 йәшкә тиклемге 1028 бала прививка эшләткән.

Фото: news.myseldon.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас