

Башҡортостан шифаханаларында 20 процентҡа осһоҙораҡҡа ял итергә мөмкин. Туристик кешбэкта “Яҡтыкүл”, “Ҡарағай”, “ Йоматау”, “Ҡайынлыҡ”, “Красноусол”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Танып”, “Асы”, республика биләмәһендә урынлашҡан 25 ҡунаҡханала һәм ял базаһында ял итергә һәм дүрт туроператорҙың – “Тәңре”, “Ринай”, “Урал-Батыр”, “1001BUS” хеҙмәттәрен файҙаланырға мөмкин.
Бөгөн иртәнге “Сәләм” тапшырыуында Республикаға идара итеү үҙәгенән тура бәйләнеш ваҡытында Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Фәтҡуллин ошо хаҡта һөйләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, туристик кешбэк – ул эске туризмға булышлыҡ итеүсе дәүләт программаһы, уны файҙаланып, Рәсәй буйынса турҙың 20 процентын ҡайтарырға мөмкин. Үткәреү ваҡыты: 2022 йылдың 18 ғинуарынан 12 апреленә тиклем (ошо ваҡытта юлға түләргә кәрәк). Бының өсөн нимә талап ителә?
– “МИР” картаһын privetmir.ru түләү системаһы программаһында теркәргә;
– мирпутешествий.рф сайтында турҙы һайларға һәм сәйәхәтте “МИР” картаһы аша онлайн рәүештә түәләргә. Кешбэк биш эш көнө эсендә һеҙҙең картаға кире ҡайтасаҡ.
2021 йылда Башҡортостан туристик кешбэк программаһы буйынса Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә ингән. Рәсәйҙең 63 туристик операторы беҙҙең республикаға 120 тур тәҡдим иткән.
Тағы ла нимә тураһында һүҙ булды?
Белеүебеҙсә, 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге йәштәр "Пушкин картаһы"н алыу мөмкинлегенә эйә. Һәр карта хужаһына 5000 һум аҡса күсерелә. Уның ярҙамында йыл буйына театрҙарға, музейҙарға, концерттарға һәм экскурсияларға, шулай уҡ Рәсәй киноларына йөрөргә мөмкин.
Карта буйынса билеттарҙы һатып алырға була:
– “Госуслуги. Культура” ҡушымтаһы аша;
– мәҙәниәт учреждениеһы сайтында – унда “Пушкин картаһы” программаһы буйынса инергә мөмкин тигән билдә бар;
– театр йәки музей кассаһында.
Статистика тураһында. Башҡортостандың Республикаға идара итеү мәғлүмәт системалары һуңғы тәүлектә һаулыҡ һаҡлау буйынса республика халҡынан 291 мөрәжәғәт ҡабул иткән, икенсе урында – юлдар темаһы (78 мөрәжәғәт) һәм өсөнсө урында – коронавирус (64 мөрәжәғәт).
Был хаҡта видеояҙмала.
Фото: скриншот.