

Сибай ҡалаһының балалар поликлиникаһына үткән аҙнала ҡайтарылған 60 доза “Спутник-М” вакцинаһын аҙна аҙағына 51 бала һәм үҫмер һалдырып та өлгөргән. Элекке көн иртән менән йәнә биш кеше килеп прививка яһатҡан.
- Башлыса Сибай ҡалаһының махсус урта белем биреү уҡыу йорттары студенттары прививка яһатты. Улар 15 йәштән үтеп, үҙ ғәмәлдәре өсөн үҙҙәре яуап бирһә лә, атай-әсәһенең дә яҙма рәүештәге ризалығы талап ителде. Әйтергә кәрәк, берәү ҙә дәғүә белдермәне, киреһенсә, ғаиләбеҙҙә барыһы ла коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан, мин бер үҙем ҡалғайным, тиҙәр, - ти Сибай ҡала балалар поликлиникаһының балалар бүлеге мөдире Римма Насирова. — Гимназия уҡыусылары менән атай-әсәйҙәрен дә ҡабул иттек. Ҡыҙҙар-малайҙар прививка яһатыуҙан бер ҙә ҡурҡмай. Табиптарға ышанған, белгестәр фекеренә ҡолаҡ һалған кешеләргә вакцинация хәүеф тыуҙырмай, киреһенсә, улар тиҙ арала эшләтеп, балаларында иммунитеттың тиҙерәк барлыҡҡа килеүен теләй.
“Спутник М” вакцинаһынында “Спутник V” препаратына ҡарағанда титрҙар кәмерәк, шуға күрә уға организмдың реакцияһы ла түбәнерәк. Ябай киҙеүгә ҡаршы яһалған препарат кеүек баланың организмы уны еңел ҡабул итә. Унан һуң бер ниндәй ҙә өҙлөгөүҙәр күҙәтелмәй.
Балаларын прививка яһатырға алып килгән ата-әсәләрҙең дә фекерҙәре ыңғай.
- Әлбиттә, башта ҡурҡыта ине, хәҙер вакцинаның ауырыуҙы еңә алған берҙән-бер ҡаршы тороу сараһы булыуын аңланыҡ. Балам да юҡ тимәне, шуға күрә кеше ыңғайына яһаттыҡ, - ти Аделина исемле ҡыҙҙың әсәһе.
Процедура кабинетының шәфҡәт туташы Рәйсә Янбаева ла балаларҙың белемле, аҡыллы булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Хәҙер бит мәғлүмәт өҫкә яуап тора. Теләһә ниндәй ялған фекерҙәргә ҡолаҡ һалмай, вакцина яһатырға килгән үҫмерҙәр үҙҙәрен бик тыныс тота. Ысынлап та, прививка яһатыуҙан түгел, бик тиҙ таралған йоғошло сирҙән, уның эҙемтәләренән ҡурҡырға кәрәк, - ти шәфҡәт туташы.
Фото һәм сығанаҡ: Гөлдәр Ҡадаева.