Сәләмәт булайыҡ
2 Февраль 2022, 15:00

Йәш белгес Илүзәнең ниәте ниндәй?

Эпидемиологик хәл сәбәпле табиптар етмәй, улар үҙҙәре лә ауырый. Шуға күрә...

Йәш белгес Илүзәнең ниәте ниндәй?Йәш белгес Илүзәнең ниәте ниндәй?
Йәш белгес Илүзәнең ниәте ниндәй?

Илүзә Корнилова Өфө ҡалаһынан. 24-е тулған ҡыҙ бәләкәйҙән теш табибы булырға хыяллана, был теләге уны Башҡортостан дәүләт медицина университетына алып килә.

Коронавирусҡа ҡаршы көсөргәнешле көрәш барған, һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына белгестәр етмәгән ваҡытта ҡыҙ ординатурала уҡып йөрөүҙән тыш, эшкә төшөргә ҡарар итә: Илүзә бөгөн Өфөләге 9-сы стоматология клиникаһында тир түгә.

"Эшкә төшкәнемә өс ай. Эпидемиологик хәл сәбәпле табиптар етмәй, улар үҙҙәре лә ауырый. Минең менән бергә уҡып та, эшләп тә йөрөгән йәштәштәрем байтаҡ", - ти Илүзә.

Йәш табип үҙе белем алған БДМУ-ға уҡып та, эшләп тә йөрөү мөмкинлеге өсөн рәхмәтле.

"Миңә уҡыу ҙа, эш тә еңел бирелә, сөнки һөнәремде яратам. Артабан да ошо өлкәлә хеҙмәт итеп, кешеләрҙең һаулығы һағында тороуымды дауам итәсәкмен", - ти ул.

Йәш белгес Илүзә Илгиз ҡыҙы һайлаған һөнәренә мөкиббән китеүе, изге уйҙары, яҡты ниәттәре менән әсир итте. Уға башланғыстарында уңыштар теләйбеҙ.

Фото И. Корнилованың шәхси архивынан.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас