Сәләмәт булайыҡ
3 Февраль 2022, 15:30

Икеләнеүҙәр урынлымы?

“Ниңә башҡа балалар прививкаларын бер тапҡыр эшләү ҙә етә, ә коронавирустан ике-өс мәртәбә яһарға кәрәк?" Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирелде.

Икеләнеүҙәр урынлымы?Икеләнеүҙәр урынлымы?
Икеләнеүҙәр урынлымы?

Өфөнән билдәле инста-блогер Татьяны Латипова табип-эпидемиолог Екатерина Манцурова менән тура эфир уҙғарҙы. Ата-әсәләрҙең “Спутник-М” прививкаһы буйынса һорауҙары күп йыйылған һәм икеләнеүҙәр ҙә етерлек. Уларға белгес тулы яуап бирҙе.

Белгес аңлатыуынса, Гам-Ковид-Вак–М (Спутник-М) вакцинаһы ике компонентлы вектор вакцинаһы тупланмаһы булып тора. Унда, мәҫәлән, ҡыҙылсаға ҡаршы прививкалағы кеүек, тере вирустар юҡ. Был “Спутник-V” вакцинаһының кәметелгән дозаһы.

“Ниңә башҡа балалар прививкаларын бер тапҡыр эшләү ҙә етә, ә коронавирустан ике-өс мәртәбә, ярты йыл һайын ревакцинация талап ителә?” тигән һорауға табип “төрлө инфекциялар үҙҙәрен төрлөсә сағылдыра, организмдың ҡаршы тороусанлығы ла төрлөсә” тип аңлатты. Етмәһә, коронавирус йыш мутация үҙгәрештәре кисерә, ә уға ҡаршы тороу есемдәре ауырығандан йәки прививканан һуң бер нисә ай эсендә кәмей.

"Пандемияла йәшәһәк тә, вакцинация планлы тәртиптә алып барылмай, ә бит һәр алты ай һайын коллектив иммунитетҡа өлгәшергә кәрәк", – тип билдәләне Екатерина Манцурова.

Табип һүҙҙәренсә, “Спутник-М” ике һынау фазаһын үткән, өсөнсөһө ноябрҙә башланған, уның да төп фазаһы тамамланған. Вакцина хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле. Уны һынау алдынан барлыҡ балалар ҙа медицина күҙәтеүе үтте. Ә вакцинаны яһағандан һуң – ете тапҡыр скрининг: ЭКГ тикшерелә, ПЦР-тест эшләнә, ҡан, бәүел анализдары, ҡаршы есемдәр һәм башҡа күрһәткестәр күҙәтеү аҫтында тотола. Тикшереү аҫтында булғандар көндәлек алып бара. Был планлаштырылған фәнни тикшеренеү, унда һәр күрһәткес мөһим.

Табип аңлатыуынса, “Спутник-М” вакцинаһын эшләгәндән һуң, башҡа прививкаларҙағы кеүек үк, ҡайһы бер уңайһыҙлыҡтар булып ала. Был осраҡта һәр организм нисек кисереүенә бәйле.

"Социаль селтәрҙәге хис-тойғоға ҡоролған бер фекер ҙә башҡа кешеләргә тәьҫир итеү өсөн етә. Беҙҙә һүҙ иреклеге, әммә мин адекватлыҡ һәм фәнгә таянған дәлилдәр өсөн, шуға ла иммунология законы бар, уларҙы бер кем дә ғәмәлдән сығармаған", – тине ул.

“Прививка кешенең үҙ иммунитетын кәметмәҫме, организм үҙе лә ҡаршы есемдәр сығарыуға һәләтле бит?“ тигән һорау ҙа булды.

Табип аңлатыуынса, иммунитет тәбиғи була, әгәр ҙә организм тере вирус менән осрашып, ул организмға үтеп инеп, үҙенең йәшәйешен башлаһа. Шуға ла иҫтә тоторға кәрәк, был мөһим органдарға һәм системаға йоғонто яһамайынса үтмәй. Яһалма булдырылған иммунитет та була, уны прививка бирә.

Белгес һүҙҙәренсә, бөгөн “омикрон” башҡаларҙы баҫыу өсөн көрәшә һәм барлыҡ респиратор вирустарҙың 78 процентын алып тора. Белгестәрҙе әле балаларҙың, сабыйҙарҙың ауырыуы, йыш дауаханаға эләгеүе борсой.

Нимә генә булмаһын, ”Спутник-М” вакцинаһы ирекле. Уны яһатырғамы-юҡмы ата-әсә йәки балаларҙың рәсми вәкилдәре хәл итә, ә 15 йәштән өлкән үҫмерҙәр үҙҙәре ҡарар ҡабул итеүгә хоҡуҡлы.

Фото һәм материал сығанағы: “Молодежная газета”.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас