Сәләмәт булайыҡ
3 Февраль 2022, 08:00

Көрәшкә ике йыл тула...

Радий Хәбиров республикала коронавирус менән көрәштең нисек барыуы тураһында яҙҙы. Башлыҡ нимәләргә иғтибар йүнәлтергә саҡырҙы?

Көрәшкә ике йыл тула...Көрәшкә ике йыл тула...
Көрәшкә ике йыл тула...

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә коронавирус таралыуына бәйле фекерҙәрен ҡалдырҙы.

"Республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың артыуы дауам итә. Ошоға бәйле бер нисә фекер һәм ҡарар. Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы мохтаждарҙың барыһын да дауаханаға һала ала. Беҙҙең потенциал – 10 меңгә тиклем койка-урын. 2 февралгә ҡарата 2300 койка-урын әҙерләнек. Өҫтәүенә февралдә Туймазыла госпиталь асабыҙ. Сибайҙа госпиталь төҙөүҙе дауам итәбеҙ.

Иң мөһиме, кешеләр беренсел ярҙам ала алһын өсөн эшләйбеҙ. Шуға күрә поликлиникаларҙың эш сәғәттәрен оҙайттыҡ, хәҙер улар иртәнге 7-се яртынан киске 10-ға тиклем асыҡ. ПЦР-тесты 19.30 сәғәткә тиклем тапшырырға мөмкин.

Поликлиникаларҙағы ҙур ағым арҡаһында табиптар, әлбиттә, эшкә күмелгән. Табиптарға медицина колледждарының, БДМУ-ның сығарылыш курс студенттары һәм табип-ординаторҙар ярҙамға килде. Балаларға, уҡытыусыларға һәм уҡыу йорттары етәкселегенә ҙур рәхмәт!

Беҙ Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәген нығыттыҡ, операторҙарҙың һанын 14-тән 124-кә тиклем арттырҙыҡ. Ул көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй, 8 (347) 218-19-19 номеры буйынса шылтыратырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ошо тиклем операторҙарҙың да бөтә шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеп өлгөрмәүен таныйым. Уларҙың һанын арттырыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Бынан тыш, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһының берҙәм номеры - 122 эшләй, уның буйынса ла үҙәккә шылтыратырға, шулай уҡ ҡабул итеүгә яҙылырға йәки табипты өйгә саҡыртырға мөмкин. Ирекмәндәр штабы ла ойошторолған, уларҙың береһе, “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Беҙҙең хәстәрлек” штабы, 8-800-201-89-03 телефоны буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә. Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ирекмәндәре лә әүҙем. Улар менән 8 (347) 279-06-30 һәм 279-06-56 телефондары буйынса бәйләнешкә сығырға мөмкин.

Шулай уҡ мөмкин булған урындарҙа предприятиелар хеҙмәткәрҙәрен дистанциялы эшкә күсереүе мөһим.

Был көндәрҙә донъяны компьютер мониторында күрәм.

Әлбиттә, күп нәмә һәр кемдең үҙ һаулығына һаҡсыл мөнәсәбәтенән тора. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Һүҙемде тамамлап шуны әйтәм. 18 мартта юғары әҙерлек тураһында указға ҡул ҡуйып, коронавирусҡа ҡаршы көрәште бөтә донъя, бөтә республика менән башлағанға ике йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә алғы сафта 14 мең табип һәм 36 мең шәфҡәт туташы торҙо. Ике йылға яҡын улар беҙҙе дауалай, беҙҙең хаҡта ҡайғырта, арый, сирләй, ә ҡайһы берҙәре һәләк була... Әйҙәгеҙ, бөтәһенә лә бергәләп рәхмәт әйтәйек һәм уларға һаҡсылыраҡ һәм ихтирамлыраҡ ҡарайыҡ", - тип яҙҙы ул. 

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас