Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Февраль 2022, 09:00

Мәмбәттә - "Бәхетле ҡатын" проекты

Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙен бәхетле тойорға тейеш.

Мәмбәттә - "Бәхетле ҡатын" проекты
Мәмбәттә - "Бәхетле ҡатын" проекты

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында "Бәхетле ҡатын" проекты буйынса сираттағы осрашыу үтте. Ғаилә хеҙмәте һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған сарала санитар-эпидемиологик һаҡланыу талаптары үтәлеп, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына лекторий, оҫталыҡ кластары, консультациялар ойошторолдо.

Динә Аҡҡужина яңы проект тураһында мәғлүмәт бирҙе. Табип-эпидемиолог Илияхон Эгамова сәләмәтлекте һаҡлау,  пандемия тураһында һөйләһә, Мәрйәм Хәйҙәрова  сәләмәт тормош алып барыу буйынса кәңәштәр бирҙе. Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙен һәр ерҙә бәхетле итеп тойорға тейеш, тине сығыш яһаусылар. 

Сарала шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәүес әйберҙәрен эшләү, картина сигеү,  массаж һәм косметика, сәләмәт тормошто пропагандалау һәм спортҡа ылыҡтырыу буйынса төрлө һауыҡтырыу күнекмәләре күрһәтеү - гүзәл заттар өсөн бигерәк тә фәһемле һәм кәрәкле булды. Был көндә Мәмбәт ҡатын-ҡыҙҙары барыһы ла үҙен бәхетле итеп тойҙо һәм киләсәктә матурлыҡҡа ынтылып, яратҡан шөғөлдәрен үҙ итеп, ғаиләһендә лә, тормошта ла үҙен бәхетле итәсәгенә инанды.

Фотолар: Мәмбәт ауылы моделле китапханаһы сайтынан.

Мәмбәттә - "Бәхетле ҡатын" проекты
Мәмбәттә - "Бәхетле ҡатын" проекты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: