Сәләмәт булайыҡ
3 Февраль 2022, 16:45

Пациент табип менән видеобәйләнеш аша аралашты

Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов: "Был – беҙҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн мөһим ваҡиға". 

Пациент табип менән видеобәйләнеш аша аралаштыПациент табип менән видеобәйләнеш аша аралашты
Пациент табип менән видеобәйләнеш аша аралашты

Бөгөн Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“Бөгөн Мирный фельдшер-акушерлыҡ пунктында беренсе тапҡыр телемедицина консультацияһы үткәрелде. Пациент менән видеобәйләнеш аша Республика кардиология үҙәгенең консультация-диагностика поликлиникаһы кардиологы аралашты.

Был – беҙҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн мөһим ваҡиға. Ҙур булмаған һәм йыраҡта ятҡан йәшәүселәр ҙә медицинанан файҙалана ала.

Языков дауаханаһында ошондай консультациялар 2021 йылдың ноябренән үткәрелә. Был практикаға башҡа фельдшер-акушерлыҡ пункттары ла планлы рәүештә ҡушыласаҡ”.

Фото Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас