

Пандемия башланғандан алып республикала 135 мең 757 кешенең COVID-19 менән сирләүе раҫланған. Һуңғы тәүлеккә ҡарата, стационарҙа 229 пациент дауалана, шул иҫәптән 141-е – 60 йәшен тултырғандар.
Уларҙың 35-е – ауыр хәлдә, өсәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор дауаланыуҙа – 7 мең 887 кеше, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәндәр һаны – 5 мең 329. Һуңғы тәүлектә - 609, ә барлығы 122 мең 839 кеше дауахананан шәбәйеп сыҡҡан. Ковидтан 18 үлем осрағы теркәлгән, пандемия башланған алып барлығы 4 мең 802 сирленең, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 4 мең 118 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Дауахананан тыш пневмония һаны – 34. Унан шәбәйеп сығарылғандар һаны – 160.
Коронавирус инфекцияһынан прививканың тәүге компонентын барлығы 2377780 кеше эшләткән. Был – прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 95,6 проценты. Ике компонентты тулыһынса 2216575 кеше яһатҡан (89,2 процент). Ревакцинация эшләткәндәр һаны – 314427 (+3496).
60 йәштән үткәндәр араһында 1-се компонентты – 637986, икеһен дә 584395 кеше яһатҡан.
12 – 17 йәштәге 1592 бала прививкаланған.
Коронавирус инфекцияһына ҡаршы сараларҙы теүәл үтәйек, һәммәбеҙ ҙә һау булайыҡ, сәләмәт тормош алып барайыҡ һәм балаларыбыҙҙы сирҙән ҡурсалайыҡ, заман зәхмәтенә таралыуға юл ҡуймайыҡ.
Фото: kubnews.ru