

Күреүебеҙсә, коронавирустың яңы “омикрон” штамы бар донъяны ялмап алды. Башҡортостанда ла ул һуңғы аҙналарҙа ныҡлап ҡотора башланы һәм яңынан-яңы рекордтар ҡуя.
Инфекцияны еңеүҙең юлы бер – вакцинация.
Билдәле булыуынса, Башҡортостанға үткән аҙнала 2880 доза күләмендә 12-нән 17 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән “Спутник М” вакцинаһы килде. Әле, билдәле булыуынса, уның беренсе компонентын бер меңдән ашыу үҫмер һалдырған.
Өлкәндәргә килгәндә, вакцинаның беренсе компонентын 2,372 миллион кеше (тейеш кешеләрҙең 95,5 проценты), икенсеһен 2,211 миллион кеше яһатҡан (88,9 процент). 311 меңдән ашыу кеше ревакцинация ғәмәлен башҡарған. Планға ярашлы, Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы прививканы 2,485 миллион кешегә эшләргә уйлайҙар.
Хәҙер балалар һәм үҫмерҙәр араһында ла сир арта башланы. Уҡыусыларҙың күпләп ауырыуы арҡаһында мәктәптәр карантинға ябыла. Бөгөнгә ҡарата Башҡортостанда 25 мәктәп тулыһынса дистанциялы уҡыуға күсерелгән. Уларҙың 21-е – Өфөлә. Шулай уҡ республиканың 445 мәктәбендә 2267 класс онлайн тәртибендә белем алыуға күскән. Был һандар көн һайын үҙгәреп тора: класта сирле бала асыҡланыу менән, башҡаларҙы хәүефһеҙләндереү өсөн тиҙ арала саралар күрелә.
Сирҙән һаҡланыу юлын табиптар прививка яһатыуҙа күрә.
– Беҙҙә балаларҙы грипҡа ҡаршы вакцинациялауҙың күп йыллыҡ тәжрибәһе бар. Һөҙөмтәлә улар был сир менән һирәгерәк ауырый башланы. Бында вакцинацияның ыңғай һөҙөмтәһе булыуына ышанам. Коронавирус менән дә ошолай уҡ буласаҡ. Әлбиттә, әле кешеләр һағыраҡ ҡарай – вакцина яңы, аңлашылып бөтмәй, тик, минеңсә, ул да оҙаҡламай прививкаларҙың милли календарына инер һәм ғәҙәти процедураға әйләнер. Унан ҡурҡырға кәрәкмәй, – тип был турала үҙ фекерен Республика клиник онкодиспансерының табип-терапевы Олеся Яковлева белдерҙе.
Табип әйтеүенсә, әлегә балаларҙың ковидты өлкәндәргә ҡарағанда еңелерәк үткәреүе тураһында фекер йөрөтөүе ауыр. Әммә сирләгәндән һуң барлыҡҡа килгән ауыр эҙемтәләр балаларҙа ла булыуы ихтимал. Шуға күрә вакцинация бик ваҡытлы иҫкәртеү сараһы булып торасаҡ.
– Бөгөн омикрон килде, иртәгә тағы берәй вариацияһы буласаҡ. Шуға күрә үҙеңде һаҡларға кәрәк, – тине Олеся Яковлева.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА