

Баймаҡ ҡалаһында студенттар һәм уҡыусылар вакцина яһатыуға ыңғай ҡарай һәм үҙ теләктәре менән яһата. Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжында белем алған 10 студент "Спутник М" вакцинаһын һалдырып та өлгөргән.
Әйткәндәй, яңы коронавирус инфекцияһынан прививка эшләткән студенттар был айҙа стипендияны күберәк аласаҡ. Был турала БР Мәғариф министрлығынан килгән хатта яҙылған. Әммә быныһы мөһим түгел. Хәҙер инде балаларға ла тиҙ "ҡағылып" барған был сиргә ҡаршы коллектив иммунитет булдырыу мотлаҡ. Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжы студенттарының 17-һе прививка эшләтеү өсөн ризалығын биргән. Шулай уҡ студенттар үҙҙәре риза булһалар ҙа ата-әсәләре әлегә ризалыҡ бирмәгәндәр ҙә юҡ түгел.
Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһының баш табибының балалыҡ һәм бала табыу буйынса урынбаҫары Эльвира Ғатина вакцина эшләтер алдынан студенттарҙың һаулығын тикшерҙе. Унан киләһе компонентты теүәл 21 көндән һуң яһатырға кәрәк буласағын аңлатты. "Әгәр ял йә байрамға тап килһә, һуңыраҡ эшләтергә мөмкин. Ә бына иртәрәк ярамай", ― тине.
Прививка эшләтергә килгәндәр араһында беренсе курс студенты Данил Иҙрисов та бар. "Атайым да, әсәйем дә ризалыҡ белдереп ғариза яҙҙы. Ваҡытында эшләт, һуңынан барыбер кәрәк була, тинеләр. Прививканан ҡурҡмайым, ә бына ауырыуҙы йоҡторғом килмәй", ― Данил. Егет ашнаҡсы һөнәре буйынса белем ала.
Фото һәм сығанаҡ: Эльмира Кейекҡужина.