Сәләмәт булайыҡ
4 Февраль 2022, 09:48

Үҙәк көйөүен нисек баҫырға?

gastrotract.rugastrotract.ru
Фото:gastrotract.ru

Байрам мәлендә ашау тәртибенең боҙолоуы, эш араһында тиҙ әҙерләнеүсе йәки майлы, әсе аҙыҡ, йыш ҡына ҡамыр ризыҡтары ҡулланыу, диетаға ултырыу, күп ҡәһүә, дарыуҙар эсеү үҙәк көйөүенең сәбәптәре булыуы мөмкин. Уны бер нисә ысул менән баҫырға була.

* Әҙерләүе мәшәҡәтлерәк, әммә был – ҡарабойҙай ҡулланылғаны – иң һөҙөмтәле ысул һанала. Ярманы ҡыҙған майһыҙ табала ҡара-һоро төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға ла онтаҡларға һәм иләк аша үткәрергә. Уны балғалаҡтың осонда ғына көнөнә өс тапҡыр ашарға.

* Һоло һәм арпа үҙәк көйөүҙе дауалаусы булараҡ халыҡ медицинаһында электән билдәле. Һоло йәки арпаны бер нисә минут сәйнәргә, ә төкөрөктө йоторға кәрәк. Үҙәк көйөүе бер нисә минуттан һыпырып алғандай юҡҡа сығыр.

* Кәбеҫтә. Көн һайын 5-10 минут оҙаҡ итеп сәйнәп, кәбеҫтә япрағын ашау файҙалы. Был алым үҙәк кө­йөүен бөтөрөп кенә ҡалмай, йоҡо­но ла яҡшырта, эс күбеүен дә бөтөрә.

* Сельдерей. Яңы өҙөлгән тамыр үҙәк көйөүҙән яҡшы ярҙам итә. Уны бер-ике ҡалаҡ күләмендә көнөнә өс тапҡыр ашау һөҙөмтәле буласаҡ. Ә кипкән тамырынан төнәтмә яһап эсергә мөмкин: ике балғалаҡ онталған тамырға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20-30 минут төнәтергә. Яртышар стаканлап көнөнә ике-өс тапҡыр эсергә.

* Ромашка. Был сәскәнән төнәтмә лә үҙәк көйгәндә файҙа­ланыла, ул ашҡаҙандағы әселекте кәметергә ярҙам итә. Төнәтмә былай әҙерләнә: ике-өс ҡалаҡ өймәләм сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойола һәм 10-20 минут төнәтелә. Һөҙөп алғас, әҙләп кенә эсергә кәңәш ителә.

* Етен орлоғо. Унан төнәтмә яһау өсөн бер балғалаҡ орлоҡ алына. Кистән уға ярты стакан ҡайнар һыу ҡойола, ә иртән әҙерәк һыу йәки һөт өҫтәп, ас ҡарынға эселә. Бындай төнәтмәне ике аҙна эсеү ыңғай һөҙөмтәгә килтерә.

Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА 

Читайте нас