Сәләмәт булайыҡ
4 Февраль 2022, 08:18

Үҫмерҙәргә вакцина яһау нисек бара?

Был ғәмәлгә ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа яуаплы ҡарай.

“Хәйбулла хәбәрҙәре” баҫмаһы.“Хәйбулла хәбәрҙәре” баҫмаһы.
Фото:“Хәйбулла хәбәрҙәре” баҫмаһы.

Үткән аҙнала Башҡортостанға 12-нән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр өсөн 2880 доза “Спутник М” вакцинаһының беренсе партияһы килде. Ул республиканың ҡала һәм район дауаханаларына таратылды. Хәҙер унда эш нисек бара икән? Ҡала һәм район гәзиттәре хәбәрселәре үҙҙәренең дауаханаларында булды һәм вакцинация барышын үҙ күҙҙәре менән күрҙе, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәһе менән аралашты.

 

Сибай ҡалаһының балалар поликлиникаһына үҫмерҙәр өсөн 60 доза вакцина килгән. Аҙна тамамланғансы уны 51 бала һәм үҫмер һалдырып та өлгөргән. Дүшәмбе көн йәнә биш кеше эшләткән.

– Башлыса Сибай ҡалаһы­ның махсус урта белем биреү уҡыу йорттары студенттары прививка яһатты. Улар 15 йәштән үтеп, үҙ ғәмәлдәре өсөн үҙҙәре яуап бирһә лә, атай-әсәйҙәренең дә яҙма рәүештәге ризалығы булды. Әйтергә кәрәк, берәү ҙә дәғүә белдермәне, киреһенсә, ғаилә­беҙҙә барыһы ла корона­ви­русҡа ҡаршы прививка яһат­ҡан, мин бер үҙем ҡалғайным, тип әйтәләр, – ти Сибай балалар поликлиникаһының бүлек мөдире Римма Насырова.

—Әлбиттә, башта ҡурҡыта ине, хәҙер вакцинаның ауырыуҙы еңә алған берҙән-бер ҡаршы тороу сараһы булыуын аңланыҡ. Балам да “юҡ” тимәне, шуға күрә кеше ыңғайына яһаттыҡ, – ти Аделина исемле ҡыҙҙың әсәһе. 

Хәйбулла районы педиатры Фәнисә Аҡбулатова әйтеүенсә, Аҡъяр үҙәк район дауахана­һына килтерелгән ике компонентлы 60 доза вакцинаның тәүге партияһы өс мәктәп уҡыу­сылары араһында бүленәсәк. 31 ғинуарҙа 1-се Аҡъяр һәм Бүребай мәктәптәре уҡыусы­лары прививка һалдырһа, 1 февралдә 2-се Аҡъяр мәктәбе­нең 17 уҡыусыһы вакцина эшләтте. Был көндәрҙә бө­тәһе 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге 30 бала вакцинация­ла­насаҡ. Коронавирус инфекция­һынан вакцина яһатырға теләгән балалар һәм үҫмерҙәр араһынан әлегә 70 кеше бар. Вакцина килтерелгәс, улар ҙа прививкаға саҡырыласаҡ.

– Быйыл 11-се класты тамамлайым, ҡалаға уҡырға барасаҡмын, шуға күрә вакцина эшләтеү минең өсөн мөһим. Атай-әсәйем үҙҙәре лә вакцинация үткәс, теләгемә ҡаршы килмәнеләр. Коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу өсөн вакцина эшләтеү кәрәктер тип уйлайым, – ти 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыһы Фирүзә Шәрипова.

– Өлкәндәргә вакцинация кампанияһы башланғандан алып, беҙ тормош иптәшем менән ҡаршы булманыҡ, сөнки һаулыҡ мөһимерәк. Шуға күрә икебеҙ ҙә былтыр йәй прививка һалдырҙыҡ һәм бөгөн ревакци­нацияға килдек. Шул уҡ ва­ҡыт­та 1-се Аҡъяр мәктәбендә 9-сы класта уҡыған улы­быҙ  Нәзир ҙә беҙҙең менән бергә “Спутник М” вакцинаһын эшләтергә килде. Беҙ улы­быҙға вакцина яһауға ҡаршы түгелбеҙ. Ни өсөн тигәндә, вируслы ауырыуҙарҙан вакцина  һаҡланыу сараһы булып тора, – тип ҡушыла уға Аҡъяр ауылынан Илүзә Кәримова.

Учалы үҙәк ҡала дауаха­наһы “Гам-КОВИД-Вак-М” вак­ци­наһының беренсе компоненты – алтмыш дозаны ҡабул иткән. Вакцина балаларҙың йәшенә яраҡлаштырылған.

28 ғинуарға ҡарата мәғлү­мәттәр буйынса, Учалыла 24 бала “Спутник М” вакцинаһын ҡаҙатҡан. Улар – 3-сө лицей, 5-се мәктәп, 10-сы мәктәп уҡыусылары, сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары. Был хаҡта Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының балалар  поликлиникаһы мөдире Ирина Косогорцева хәбәр итте һәм ата-әсәләрҙең бөгөнгө көндә прививкаға бәйле һорауҙарына яуап бирҙе.

Баш педиатр әйтеүенсә, “Гам-КОВИД-Вак-М” препа­ратының киләһе партияһы килеү менән уны ҡала-район­дың медицина учреждениеларына таратып бирәсәктәр. Уҡыусыларға вакцина тәүҙә дауаханаларҙың прививкалау кабинеттарында эшләнәсәк, артабан республикала эпидемиологик хәлдең яҡшырыуына ҡарап, вакцинацияны мәктәп­тәр­ҙең медицина кабинеттарында уҙғарыу күҙаллана.

Балтас районындағы Баш­ҡорт­остан төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжында студенттар менән коронавирус таралыуына ҡаршы тороуға арнап ҙур һөйләшеү үткән. Уҡыусылар алдында Балтас үҙәк район дауаханаһының баш педиатры Луиза Хажимуллина сығыш яһаған.

– Инфекцияның һәр яңы тулҡыны үҙгәреп килә. Тәүҙә ул өлкәндәр өсөн хәүефле булһа, һуңыраҡ 40 – 45 йәшлектәр күпләп сирләне. Хәҙер ул йәштәр араһында тарала. Ҡотолоу сараһы – прививка яһатыу. Беҙҙең районға әле үҫмерҙәр өсөн 70 “Гам-Ковид-Вак-М” вакцинаһы килде. Районыбыҙҙа 700-ҙән ашыу үҫмер бар. Вакцина һәр кемгә етәрлек кимәлдә киләсәк, – тигән педиатр.

– Бөрйән районында 31 ғинуарға ҡарата һигеҙ бала “Спутник М” вакцинаһын яһатҡан, әле барлығы 30 доза килтерелгән, – ти район педиатры Зилә Исмәғилева.

Бөрйәндәр прививканан ҡурҡмай. Мәҫәлән, Яңы Монасип ауылынан Ләлә Тажито­ва әйтеүенсә, улар бөтә ғаилә менән прививка яһатҡандар. Вакцина ошо мәкерле сирҙән һаҡлай икәнлеген беләбеҙ, шуға күрә балаларыбыҙға ла яһатырға булдыҡ, тиҙәр улар.

Октябрьский ҡалаһы ла үҫмерҙәрҙе вакцинациялау эшенә әүҙем ҡушылған. Бында 60 доза “Спутник М” килте­релгән. Кампания барышы тураһында белем биреү учреждениеларында балаларға һәм үҫмерҙәргә медицина ярҙа­мын ойоштороу бүлеге фельдшеры Лилиә Зәйдуллина һөйләне.

– Беренсе булып иммунизация Октябрьский нефть колледжы нигеҙендә башланды. Унда уҡыған 18 йәшкә тиклемге 40 студент вакцинаның беренсе компонентын ҡуйҙырҙы. Икенсе компонент уларға өс аҙнанан эшләнәсәк. Бөгөн 8-се мәктәптә вакцинация була­саҡ, туғыҙ үҫмер киләсәк. Ни өсөн әҙ, тиһегеҙме? Әлеге ваҡытта күп мәктәптәрҙә вируслы сирҙәр һаны артты, күп кластар карантинда. Ҡағиҙә буйынса инфекция сирҙәре билдәләре булғандарға, хроник сирҙәре киҫкен­лә­шкән­дәргә әлегә прививка һалырға ярамай, – ти ул. – Әйткәндәй, быға тиклем прививка яһатҡан 40 студенттың бер-икеһенең генә температураһы 38 гра­дусҡа тиклем күтәрелгән. Был ғәҙәти күренеш, ҡурҡынысы юҡ. Вакцина һалдырған балаларға бер көн ял бирелде.

Стәрлетамаҡ ҡалаһына үҫмерҙәр өсөн 110 вакцина килтергәндәр һәм улар яһалып та бөткән. Вакцина теләгән кешеләргә генә эшләнә. Ул ирекле һәм бушлай. Үҙ сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлы булығыҙ!

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас