

Пандемия сигенергә уйламай, шуға ла әле бар көс вирусҡа ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән. Был йәһәттән Башҡортостандың Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге тос өлөш индерә. Беҙ ҙә Республикаға идара итеү үҙәге бинаһында урынлашҡан ошо Үҙәктә булдыҡ. Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге координаторы, Дәүләт Думаһы депутаты Римма Әмир ҡыҙы ҮТӘШЕВА уның эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы.
– Римма Әмир ҡыҙы, коронавирусҡа бәйле хәлдең көсөргәнешле булыуы Үҙәккә шылтыратыуҙарҙың туҡтауһыҙ килеүенән үк күренеп тора. Нисек өлгөрәһегеҙ?
– Дәүләт Думаһы депутаты, табип булараҡ та, беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәренә ауыр булыуын, эштең күплеген аңлап торам. Дәүләт Думаһындағы бөтә кәңәшмәләр ҙә медицина, пандемия, коронавирус мәсьәләһенән башлана, бюджетты ҡарағанда ла иң тәүҙә медицина, табиптар, һаулыҡ проблемалары тураһында һүҙ бара.
Башҡортостандың Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге 2020 йылдың 16 ноябренән эшләй. Ул республика етәксеһе Радий Хәбировтың бойороғо буйынса ойошторолдо. Эште башлағанда 100 оператор, 60-ҡа яҡын эксперт йәлеп ителде. Операторҙар төрлө дәүләт хеҙмәттәренән дә килә ине, Башҡортостан дәүләт медицина университеты доценттары, профессорҙары эксперттар рәүешендә эшләне.
Хәл еңеләйгәс, операторҙарҙың һанын 20-гә тиклем кәметкәйнек. Әле тағы ла өлгөрә алмай башланыҡ – көнөнә унар мең шылтыратыу килә. Шуға ла Радий Фәрит улына “Ситуация үҙәге хеҙмәткәрҙәрен күбәйтергә кәрәк” тип мөрәжәғәт иттек. Һөҙөмтәлә ике көндә Үҙәккә 100-ҙән ашыу оператор йәлеп ителде. Иң мөһиме – Башҡортостан дәүләт медицина университетынан 100-ҙән ашыу студент килде, шуға күрә лә уның ректоры Валентин Николаевич Павловҡа рәхмәт белдерәбеҙ.
Төрлө факультеттарҙан V-VI курс студенттары һәм ординаторҙар тырышып эшләй, ихлас ярҙам итә. Уларҙың килеүе беҙгә бик мөһим, сөнки медицина хеҙмәткәрҙәре шылтыратыуҙы ҡабул итеп кенә ҡалмай, ә эксперт булараҡ та яуап бирә. Шуға ла нәҡ медицина университеты студенттары, ординаторҙары менән эшләү күпкә еңелерәк. Ғөмүмән, медицина университеты студенттары Үҙәктә лә, поликлиникаларҙа ла, “ҡыҙыл зона”ларҙа ла эшләй. Был улар өсөн ҙур тәжрибә лә.
Доцент булараҡ, мин студенттар менән аралашҡанда уларҙың үҙ теләктәре менән килеүен тоям. Хатта II курста уҡыған бер студент эшләргә теләк белдерҙе, ул да өйрәнеп китәсәк, әлбиттә.
Йәштәрҙең ихласлығы ҡыуандыра. Йәмғиәтебеҙҙә: “Хәҙерге йәштәр элеккеләр кеүек түгел”, – тиеүселәр ҙә бар, әммә мин был фекер менән килешмәйем – бөгөнгө йәштәр ҙә бик аҡыллы, яғымлы, кешелекле. Ошондай ярҙамсыл студенттарҙы күреп, бик ҡыуанам, уларҙан яҡшы табип сығасаҡ. Ауыр ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙыуҙары – сауаплы ғәмәл.
– Римма Әмир ҡыҙы, һеҙ тәжрибәле, абруйлы өлкән табип. Үҙ ғүмерегеҙҙә илебеҙҙә ошондай пандемия кеүек хәлдәр менән осрашҡанығыҙ булдымы?
– Медицина өлкәһендә 50 йылға яҡын стажым бар. Беҙҙе институтта: “Пандемия, испанка 1913 йылда булды, батша заманында”, – тип уҡыттылар. Беҙ пандемияның нимә икәнен белмәй инек. Ҡош киҙеүе, сусҡа киҙеүе кеүек эпидемиялар булғылап ала ине, ләкин бындай хәлде күргәнебеҙ юҡ. Бөтөн донъя сирләй, туҡтатып та булмай, күпме кеше вафат була...
Шуны аңлап бөтә алмайым: элек халыҡҡа “вакцина яһарға кәрәк” тип кәңәш бирһәң, яһаталар ине, әле быға ҡаршы сығыш яһаусыларҙың күп булыуы аптырата. Вакцинаны ҡайһы берәүҙәр нимә тип кенә насарлап яҙмай... “Кешелеккә нимә булған?” тип хатта ҡурҡып та китәһең, әммә ундай сығыштарҙы күңелгә яҡын алмайбыҙ, вирусты еңеү өсөн прививканың мөһимлеген мөмкин тиклем аңлатырға тырышабыҙ.
Әле республикаға балалар өсөн өс меңгә яҡын вакцина килде. “Теләгәндәр яһата ала”, – тинек. Балаларының һаулығы, ғүмере өсөн борсолған ата-әсәләр ул һәм ҡыҙҙарын үҙҙәре килтереп эшләтә башланы. Ысынлап та, ни өсөн вакцинанан ҡурҡырға? Беҙ бит прививкалар ярҙамында күпме ауыр сирҙәрҙе еңдек: сәсәкте лә, туберкулезды ла, полиомиелитты ла...
Вакцина яһатҡан ҡайһы бер кешеләр ҙә сирләй-сирләүен, әммә улар ауырыуҙы еңелсә үткәрә. Мин 2020 йылдың июлендә ифрат ныҡ сирләнем, иптәшем менән йүнәлеп сыҡҡас, йәй вакцина яһаттым. Хәҙер тағы ла ревакцина эшләтәм. Юлда күп йөрөргә, төрлө кеше менән аралашырға тура килә, Аллаға шөкөр, сирләмәйбеҙ бит. Тимәк, вакцина һаҡлай!
Шуға ла башҡаларға мөрәжәғәт итәм: вакцинанан ҡурҡмағыҙ. Ул ҡулсатыр кеүек. Ҡулсатыр ярҙамында ямғырҙан һаҡланһаҡ, вакцина ярҙамында – вирустан.
– Илебеҙҙәге дөйөм хәл нисек һәм бүтән төбәктәр менән сағыштырғанда, Башҡортостандағы хәлде нисек баһалар инегеҙ?
– Дәүләт Думаһында үҙебеҙҙең комитетта түңәрәк өҫтәл үткәрҙек. Унда республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин да ҡатнашты. Дәүләт Думаһының Һаулыҡты яҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Анатольевич Хубезов: “Башҡортостанда дөрөҫ эшләйҙәр, республика Башлығы, Хөкүмәт Һаулыҡ һаҡлау министрлығына был эштә етди ярҙам күрһәтә”, – тип республикала ковидҡа ҡаршы көрәш сараларын юғары баһаланы.
Ил күрһәткестәре менән сағыштырғанда, беҙҙә вирустан үлеүселәр әҙерәк. Икенсе яҡтан ҡарағанда ла, әлегә балалар ҙа күпләп сирләмәй. Республикала сиргә ҡаршы көрәш системаға һалынған: класта бер бала ауырып китһә, ул дистанцияла уҡыуға күсә, өс-дүрт уҡыусы сирләһә, тотош класс менән дистанцияла уҡыуға ебәрәләр. Республикала ике госпиталь төҙөлдө, тағы ла ике заманса йоғошло сирҙәр госпитале төҙөләсәк. Беҙҙә лабораториялар күпләп эшләй башланы.
Халыҡтың да коронавирусҡа ҡарашы үҙгәрә, үҙҙәрен һаҡлай башланылар. Вакцина эшләтмәгән кешеләр ҙә хәҙер уға ҡаршы ҡырҡа сығыш яһамай, аңлап ҡабул итә. Сәләмәт тормош рәүешенә лә иғтибар арта. Күрәһегеҙ бит, ололар ҙа, йәштәр ҙә саф һауала скандинав таяҡтары менән йөрөй. Күптәр һаҡланыу өсөн битлек кейә.
Ә, дөйөм алғанда, беҙҙең республикала хәл илдә уртансы рәттәрҙә тора.
– Йәмғиәттә ковид вирусы тыуҙырған көсөргәнеште кәметеү өсөн көрәштә Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенең эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ошо Үҙәк кемдең тәҡдиме менән ойошторолдо?
– Үҙәкте асыу – республика Башлығы Радий Хәбировтың идеяһы. Пандемия башланғас, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе “ҡыҙыу бәйләнеш” ойошторҙо. Ирекмәндәр әүҙем эшләне. Бер-беребеҙгә шылтыратыуҙар аша мәсьәләне хәл итергә тырыштыҡ. Әммә шылтыратыуҙы ҡабул итеү бер, ә уны тормошҡа ашырыу – икенсе эш. Шуға ла был Үҙәктә медицина хеҙмәткәрҙәре кәрәклеге тураһында фекеремде белдерҙем. Шулай итеп, 100-ҙән ашыу оператор, медицина университетынан килгән 67 эксперт эш башланы. Хәҙер эш үҙенсәлектәре яйға һалынған. Әйткәндәй, әлегә Рәсәйҙә бындай тәжрибә юҡ.
Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә шылтыратыуҙар кешеләрҙең тәүге таянысына, ярҙамсыһына әйләнде. Беҙ халыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙабыҙ.
Ситуация үҙәгенә ковид буйынса ғына түгел, башҡа социаль һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итәләр. Уларҙы штабҡа ебәрәбеҙ. Бөгөн иң мөһиме – больничныйға сығырға, ПЦР тапшырырға, ныҡ сирләһәләр, госпиталгә һалыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итәбеҙ. Был ауырыуҙы күберәк амбулатор рәүештә дауалайҙар, сир ҡатмарлы формала булғанда, дауаханаға һалалар. Балаларҙың, ололарҙың температураһы икешәр көн төшмәй икән, уларҙы шунда уҡ дауаханаға оҙаталар.
– Пандемия сигенергә уйламаймы?
– Әлегә юҡ, беҙ февралдә еңергә кәрәк, тип тырышабыҙ. Вакцинаны насар эшләтәләр, шуға ла сир тиҙ тарала. Иң мөһиме – балалар сирләмәһен. Мин шуға бик ҡайғырам. Хатта яңы тыуған балалар ҙа вирусты йоҡтора.
Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Ишембай, Салауат ҡалаларынан Үҙәккә шылтыратыуҙар күп килә. Шулай уҡ райондарҙан да мөрәжәғәт итәләр. Үҙәк телефоны: 8 (347) 218–19-19. Ул көн дә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем эшләй. Ял да, байрам да юҡ. Ике смена ойошторолған. Төндә иһә “Ашығыс ярҙам”ға шылтыратырға кәрәк.
Һәр кеше өсөн төп байлыҡ – һаулыҡ. Әммә кеше тулыһынса һау-сәләмәт була алмай. Иҫән-һау тыуған кеше, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошта яйлап сәләмәтлеген юғалта. Иң мөһиме – балаларыбыҙ имен-аман үҫһен. Бының өсөн күп тә кәрәкмәй: дөрөҫ туҡланырға, сәләмәт тормош рәүешен алып барырға кәрәк. Һау булырға теләү – үҙе үк һауығыуға ярты юл.
Ковид менән сирләгәндән һуң сәләмәтлекте нығытыу өҫтөндә эшләргә кәрәк: тын юлдарына гимнастика яһарға, күп йөрөргә, ҡымыҙ эсергә һәм бал ашарға, дөрөҫ туҡланырға. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр. Вирус беҙгә ҡаршы аяуһыҙ һуғыш иғлан итте, унда ике еңеүсе булмай, шуға ла беҙ уны еңергә тейеш. Бының өсөн бөтәбеҙгә лә тырышыу фарыз: режимды күҙәтергә, ололарға ла, балаларға ла вакцина яһатырға. Бер кемде лә тыңларға кәрәкмәй, вакцинаның бер ниндәй ҙә зыяны юҡ, һаулыҡҡа кире йоғонто яһамай. Хроник сирҙәрҙән яфаланғандарға ла вакцина ла эшләтергә кәңәш итәбеҙ. Бөгөн пандемия ваҡытында башҡа һаҡланыу сараһы юҡ. Вакцина –сиргә ҡаршы төп кәртә, шулай уҡ санитария талаптарын теүәл үтәргә кәрәк. Беҙҙең халыҡ аңлы, шуға ла вирусты еңербеҙ, тип ышанам.
– Римма Әмир ҡыҙы, файҙалы әңгәмә өсөн рәхмәт.
Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.