Сәләмәт булайыҡ
4 Февраль 2022, 09:45

Ғәҙәт итеп алынған туғыҙ күнегеү

neizvestniy-geniy.runeizvestniy-geniy.ru
Фото:neizvestniy-geniy.ru

Көндәлек тормошта даими үтәлгән ҡайһы бер ғәҙәттәр (улар түбәндә яҙылған) – сәләмәт тормошҡа табан ҙур аҙым ул.

Һәр иртәне һыу эсеүҙән, физик күнегеүҙәр яһауҙан башлау, тормошҡа оптимистик ҡарашта булыу – дөрөҫ йәшәүҙең төп нигеҙҙәре.

 

  1. Иртәне һыу эсеүҙән башлау.

Уянғас та, ятҡан урындан ки­нәт торорға ярамай – кирелеп-һу­ҙылып алырға кәрәк. Шунан организмды уятып ебәрер, метаболизмды әүҙемләштерер һәм ағыулы матдәләрҙе йыуып сыға­рыр өсөн бүлмә йылылығындағы һыу эсеү бик һөҙөмтәле буласаҡ. Һыуға лимон йә лайм һалырға мөмкин.

 

  1. Сәләмәт йоҡо.

Насар йоҡлаған кеше арыған ҡиәфәттә һәм асыулы була. Йоҡо туймауы шулай уҡ йөрәккә лә на­сар тәьҫир итә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, оло кеше өсөн тәү­ле­генә һигеҙ сәғәт йоҡо – норма.

 

  1. Иртәнге физик күнегеү.

Әҙерәк йоҡлай бирәйем тип йыбанып ятҡансы, тороп, физик күнегеүҙәр эшләү һәр йәһәттән отошло. Шулай иткәндә, көндәлек көс-дәрт алына, ҡан әйләнеше яҡшыра, мускулдар нығына.

 

  1. Дөрөҫ аҙыҡ һайлау.

Составында май, шәкәр, тоҙ бик күп күләмдә булған төрлө чипсы, тоҙло сәтләүектәр, печенье йәки башҡа тәмлекәстәрҙе витаминдарға һәм минералдарға бай ҡушымтаһыҙ сәтләүектәр, йәшелсә, еләк-емеш менән алмаштырыу яҡшы.

 

  1. Иртәнге аш – файҙалы.

Иртән ашау бик мөһим, бигерәк тә тән ауырлығы артыуҙан ҡурҡыусыларға.

 

  1. Хәрәкәттә – бәрәкәт.

Тышҡа сығырға ваҡыт етмәй ҡалһа, эштә, йортта лифт ҡулланмаҫҡа, баҫҡыстан гел йәйәү йөрөргә, өйгә бер-ике туҡталыш алдан төшөп ҡалып, атлап ҡайтырға тырышырға кәрәк. Йөрәк һау булһын өсөн кешегә аҙнаһына 15-18 километр ара үтергә кәрәк, тип иҫәпләп сығарған белгестәр.

 

  1. Аралашыуҙан йәм табыу.

Яңғыҙҙар төрлө сирҙәргә, күңел төшөнкөлөгөнә тиҙ бирешеп барыусан, шуның өсөн күңелегеҙгә ятҡан кешеләр менән аралашыуҙан баш тартмағыҙ.

 

  1. Мажараларға ла урын булһын!

Ғаиләгеҙ, дуҫтарығыҙ менән әүҙем ялдар ойоштороу: йәйәү урман-тауҙар гиҙеү, саңғы, кәмә, велосипед менән йөрөү һ.б. – күңелегеҙгә яҡын шөғөл стресты бөтөрөү, тормоштан ҡәнәғәтлек алыу өсөн бик мөһим. Бәхетле кешеләр оҙаҡ йәшәй икәнлеген онотмағыҙ.

 

  1. Тормошто яратайыҡ!

Ваҡ-төйәк өсөн көйәләнеп барыу, һәр нәмәне етди ҡабул итеү һаулыҡҡа емергес тәьҫир итә. Йыл­маяйыҡ, үҙебеҙҙе, яҡында­ры­быҙҙы яратайыҡ, хәл-ваҡиға­ның яҡты яғын күрергә тыры­шайыҡ!

Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА 

Читайте нас