

Бөгөн һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә еңел түгел. Бигерәк тә коронавирус пандемияһы башланған көндән алып улар тәүлек әйләнәһенә халыҡ сәләмәтлеге һағында. Күптәре “ҡыҙыл зона”ла эшләгән, әле лә һәр көн “тажлы зәхмәт”тән сирлеләрҙе тиҙерәк һауыҡтырыу өсөн көрәшә, бәғзеләре ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтә. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Таһир Мәүлетов ошо хәлдәрҙең барыһы менән дә хәбәрҙар.
Таһир Вилүр улының үҙ иңенә яуаплы бурысты алыуына күп ваҡыт үтмәгән, әммә ул етәкселек эшен яҡшы белә, күптән инде һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре араһында талапсан һәм маҡсатлы етәксегә әүерелгән үҙ кеше. Йәш, дәртле баш табип Таһир МӘҮЛЕТОВ менән райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бер аҙ байҡау яһаныҡ.
– Таһир Вилүр улы, табип һөнәренә нисек килдегеҙ?
– Осраҡлы рәүештә тиһәм дә була. Мәктәпте тамамлағас, атайым менән Өфөгә уҡыу йорттарына документтарымды тапшырыу өсөн юлландыҡ. Тәүҙә бала саҡтан күңелгә яҡын булған сәнғәт институтының ишеген астыҡ, әммә ауыл балаһының музыка йүнәлешендәге класты тамамлауы тураһындағы таныҡлығы булмауы сәбәпле, был уҡыу йортоноң ишеге беҙҙең өсөн ябыҡ булыуын аңланыҡ. Артабан Башҡортостан дәүләт медицина университетына документтарымды тапшырҙым. Күптәр кеүек бала саҡтан табип булам тигән хыял тыуманы, әммә һәр саҡ кешеләргә ярҙам итергә тырышыуым медицина юлын һайларға үҙ өлөшөн индермәй ҡалмағандыр. Шулай итеп, уҡыу йортоноң “Медицина-профилактика эше” бүлегендә белем алдым. Интернатурала “Дөйөм гигиена” йүнәлеше буйынса камиллаштым.
Хеҙмәт юлымды “Башҡортостан Республикаһының гигиена һәм эпидемиология үҙәге”нең Сибай ҡалаһындағы филиалында башланым. Үткән йылдың апрель айынан Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы булып эшләйем. Ҡатыным да табип, ҡыҙ һәм ул үҫтерәбеҙ.
– Әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙе бар донъяны баҫып алған, һаман сигенергә уйламаған ковид сиренән башлайыҡ әле. Коронавирусҡа ҡаршы көрәшеү еңел булмағанлығын аңлайбыҙ, шулай ҙа һандарға күҙ һалғанда...
– Ысынлап та, бар донъяны яулап алған пандемия һаман дауам итә. Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны артыуға бара, инфекцияның яңы көс менән таралыуына үтә ныҡ йоғошло “омикрон” штамы сәбәпсе. Пандемия башланған көндән үк районда махсус оператив штаб төҙөлдө, табиптарҙан алып кесе медицина хеҙмәткәрҙәренә тиклем алғы һыҙыҡҡа баҫты, ковид госпитален асырға ла мәжбүр булдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр был осорҙа туғандарын һәм яҡындарын юғалтты. Бөгөн район буйынса вакцина яһатҡандарҙың һаны 84 процентҡа етте, күптәр ревакцинация башланы.
Һандарға килгәндә, бөтәһе 1 769 кеше амбулатор шарттарҙа дауаланыу үтте, былтыр 1 517 сирле – амбулатор, ә 954 кеше стационарҙа дауаланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 96 кеше вафат булды, шуның бишәүһендә ковид сире асыҡланды.
Тәүҙәрәк халыҡ коронавирус сиренә етди иғтибар бирмәй, прививка яһатыуға ҡаршы булһа, хәҙер күптәр сирҙән вакцина ярҙамында ғына ҡотолоу мөмкинлеген яҡшы аңлай, шуға күрә райондың күпселек ауылдарында һәм Баймаҡ ҡалаһында прививка яһатыу яҡшы ойошторолған һәм әүҙем бара. Халыҡҡа йәнә бер тапҡыр мөрәжәғәт итер инем: коронавирустың яңы төрө – “омикрон” тиҙ тарала, сир билдәләре ике – биш көн эсендә барлыҡҡа килә, шуға күрә прививка яһатыу сирҙән һәм уның ауыр эҙемтәләренән һаҡлаған берҙән-бер юл булып ҡала. Әгәр ҙә прививка эшләткәндән йә ковид менән сирләгәндән һуң алты айҙан ашыу ваҡыт үткән икән, белгестәр вакцина яһатырға кәңәш итә. Унан тыш, барлыҡ санитария-эпидемиология талаптарын үтәү мотлаҡ.
– Райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә килгәндә...
– Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына төрлө дауалау бүлектәре ҡарай, поликлиника эшләй. Райондың Түбә, Төркмән (Ирәндек зонаһы), Бикеш, Иҫке Сибай һәм Беренсе Этҡол, Аҡморон ауылдарында ауыл-табип амбулаторияһы урынлашҡан. Бөтәһе 63 фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. 2020 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамын үҫтереү” федераль проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын яңыртыу” төбәк программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда дүрт өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде, былтыр иһә йәнә ике ауылда астыҡ. Быйыл биш ауылда, йәғни Богачевка, Ишмырҙа, Ишмөхәмәт, Сәйғәфәр һәм Мерәҫ ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү ҡаралған. Күптән түгел Сәйғәфәрҙә булып, ауыл фельдшеры һәм урындағы хакимиәт етәкселәре менән берлектә яңы төҙөләсәк модулле ФАП-тың урынын ҡарап ҡайттыҡ. Башҡа ауылдарҙа ла был йәһәттән эш башланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ауылдарҙағы медицина учреждениеларында оло йәштәге фельдшерҙар эшләргә мәжбүр, йәштәр ауыл еренә ҡайтырға ынтылып тормай. Әле беҙгә 15 фельдшер кәрәк.
– Таһир Вилүр улы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙарҙың етешмәүе бер кемгә лә сер түгел. Был йәһәттән районда ниндәй эштәр башҡарыла? “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” кеүек дәүләт программалары эшләйме? Төбәккә йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү йәһәтенән ниндәй маҡсатлы эш алып барыла?
– Ысынлап та, районда аҡ халатлыларҙың етешмәүе, бигерәк тә табиптарҙың булмауы – көнүҙәк мәсьәлә, шуға күрә дауаханаларҙа сират күҙәтелә, күп осраҡта ауырыу үҙ сире буйынса аныҡ консультация ала алмай, төрлө инстанцияларға ялыуҙар һанының артыуы ла тап ошо проблемаға бәйле. Ҡайһы осраҡта участка табип-терапевына бер үҙенә әллә күпме кешене ҡабул итергә тура килә.
Төбәккә йәш белгестәрҙе, табиптарҙы йәлеп итеү, уларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса район хакимиәте менән берлектә ҙур эш башҡарыла. Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем алған яҡташ ҡыҙ һәм егеттәр менән даими осрашып торабыҙ, бөгөн унда райондың төрлө ауылдарынан – 69, Баймаҡ ҡалаһынан 29 студент белем ала, әммә районға ҡайтырға ашҡынып тормайҙар. Былтыр беҙгә 12 табип эшкә ҡайтты, шуларҙың бишәүһе – йәш белгестәр. Араларында “Ауыл табибы” программаһына эләгеүселәр ҙә бар.
Районға эшкә ҡайтырға теләк белдергән табиптар торлаҡ менән тәьмин ителә, ауыл еренә барырға теләүселәргә лә бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Кәрәк икән, йорт төҙөргә ер урыны биреләсәк, фатир асҡыстары ла тапшырыла. Эш хаҡы ла насар түгел. Тик ни өсөндөр юғары белемгә эйә булған аҡ халатлылар райондарға ҡайтырға ашыҡмай. Бөгөн район һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бөтәһе 735 белгес эшләй, ә штат һаны – 954. Шунан үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ...
Форсаттан файҙаланып, юғары һәм урта медицина уҡыу йорттарында белем алған район студенттарын, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән дә медицина белгестәрен үҙебеҙгә эшкә саҡырабыҙ. Улар торлаҡ менән тәьмин ителәсәк, шулай уҡ башҡа төрлө дәртләндереү юлдары ла ҡаралған.
– Белеүебеҙсә, республика Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районында эш сәфәрендә балалар поликлиникаһы төҙөү кәрәклеген белдергәйне. Ниһайәт, төҙөлөш башланған.
– Эйе, Баймаҡта балалар поликлиникаһы төҙөлөшө дауам итә. Уның заказсыһы – Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы. Аҡса федераль һәм республика бюджетынан бүленгән. Бинаның беренсе ҡатында белгестәрҙең ҡабул итеү бүлмәләре, физиотерапия бүлеге, 120 урынлыҡ конференц-зал, 12 урынлыҡ балалар стационары, кисектергеһеҙ медицина ярҙамы бүлеге урынлашасаҡ. Балалар поликлиникаһы бер сменала 300-гә тиклем баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнә һәм уны тамамлау ваҡыты – 2022 йылдың 31 декабре.
– Һуңғы ваҡытта район дауаханаларына медицина ҡорамалдары, күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары бүленә, “Сәләмәтлек поездары” ла эшләй. Ошолар хаҡында ла һөйләһәгеҙ ине.
– Республика етәкселеге һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы район дауаханаларына ҙур иғтибар бүлә. Был йәһәттән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, милли проекттарҙың төбәктә уңышлы тормошҡа ашырылыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо проекттар буйынса Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһына заманса медицина ҡорамалдары килтерелде, “Ашығыс ярҙам” машиналар паркы тулыһынса яңыртылды. Халыҡҡа диспансерлаштырыу үткәреүҙә күсмә пункттарҙың, “Сәләмәтлек поезы”ның роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Әммә һәр кем шуны яҡшы аңларға тейеш: теге йәки был сирҙе дауалауға ҡарағанда, уны иҫкәртеүе еңелерәк, шуға күрә табипҡа йышыраҡ күренеп тороу талап ителә. Бөгөн килеп был һүҙҙәргә йәнә шуны өҫтәр инем, коронавирус пандемияһына ҡаршы берҙән-бер ысул – прививка эшләтеү, шуға күрә сәләмәтлегегеҙҙе хәстәрләп, яҡындарығыҙға һәм туғандарығыҙға аңлатып, һис икеләнмәйенсә вакциналау пункттарына барығыҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.
Баймаҡ ҡалаһы.