Сәләмәт булайыҡ
5 Февраль 2022, 12:00

Наҙгөл дә табиптарға ярҙам итә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: поликлиникалар иртәнге 8-се яртынан киске унға ҡәҙәр көн һайын ялһыҙ эшләй.

Наҙгөл дә табиптарға ярҙам итәНаҙгөл дә табиптарға ярҙам итә
Наҙгөл дә табиптарға ярҙам итә

Сибай ҡалаһында COVID-19 йоҡтороусылар һаны күбәйгәндән-күбәйә. Балаларҙың да ауырыуы хафаға һала. 

Был сир медицина персоналын да урап үтмәне. Хеҙмәткәрҙәрҙең ун проценты сирләүгә ҡарамаҫтан, дауаханала көсөргәнешле эшләй. Ситтән йәш көстәр ҙә ҡушылды, Башҡортостан дәүләт медицина университеты ординаторҙары, 1-се, 5-се курс студенттары, Сибай медицина колледжынан ҡыҙҙар-егеттәр белгестәргә ярҙам күрһәтә.

"Беҙ  өс аҙнаға бында практика үтергә килдек, башлыса поликлиникала табип-терапевтарға ярҙам итәбеҙ. Әлеге мәлдә хирург янында шәфҡәт туташы булараҡ ҡабул итеүҙә ултырам. Сирлеләргә анализға, рентген, ЭКГ үтеүгә йүнәлтмәләр яҙам, Промед программаһына белешмәләр тултырыу ҙа миңә йөкмәтелде", - ти Башҡортостан дәүләт медицина университетының V курс студенткаһы Наҙгөл Ҡотләхмәтова.

Ярҙамға килгән йәштәр колл-үҙәктә, регистратурала һәм ковид-штабта булыша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: поликлиникалар иртәнге 8-се яртынан киске унға ҡәҙәр көн һайын ялһыҙ эшләй. Медицина хеҙмәткәрҙәре киске туғыҙға ҡәҙәр саҡырыу буйынса өйҙәргә лә барып ауырыуҙарҙы ҡарай. Балалар поликлиникаһы киске һигеҙгә хәтлем сирлеләрҙе ҡабул итә. ПЦР-лабораторияһы тәүлек әйләнеһенә эшләүгә күсте. Вируслы инфекция йоҡтороусылар айырым фильтр бүлектә ҡарала. Өйҙәргә йөрөп хеҙмәтләндергән күсмә бригадалар бар.

Фото һәм сығанаҡ: Гөлдәр Ҡадаева.

Наҙгөл дә табиптарға ярҙам итә
Наҙгөл дә табиптарға ярҙам итә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас