

Республикаға идара итеү үҙәге халыҡтан килгән сираттағы һорауҙы теркәне: ни өсөн сауҙа үҙәктәрен япмайҙар һәм бөтә ерҙә, шул иҫәптән ҡала транспортында куар-код күрһәтеүҙе һорайҙар?
Борсолоуҙың сәбәбе – республикала коронавирус менән сирләгәндәрҙең арта барыуы.
Республикаға идара итеү үҙәге был һорауға түбәндәге яуапты бирә: сауҙа үҙәктәренең эшен туҡтатыу һәм транспортта куар-код менән генә йәрөүҙе индереү Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлауҙы күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең ҡарары нигеҙендә генә мөмкин.
Әлегә бындай ҡарар юҡ. Республика етәкселеге хәлде иғтибар менән күҙәтә – Башҡортостанда коронавирустың таралыуына юл ҡуймау буйынса штабтың ултырышы аҙна һайын уҙғарыла. Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, республикала ололар өсөн поликлиникаларҙың эш ваҡыты оҙайтылды, балалар һәм үҫмерҙәрҙе вакцинациялау башланды.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.