Сәләмәт булайыҡ
7 Февраля 2022, 15:45

"Һау пациенттар “ҡыҙыл зона” аша йөрөргә мәжбүр..."

Халыҡтың мөрәжәғәтенән һуң был мәсьәлә нисек хәл ителде?

"Һау пациенттар “ҡыҙыл зона” аша йөрөргә мәжбүр...""Һау пациенттар “ҡыҙыл зона” аша йөрөргә мәжбүр..."
"Һау пациенттар “ҡыҙыл зона” аша йөрөргә мәжбүр..."

Республикаға идара итеү үҙәгенә поликлиникалағы хәүеф тураһында мөрәжәғәт иткәндәр.

"Өфө халҡы 38-се поликлиникала һау пациенттарҙың “ҡыҙыл зона” аша  йөрөүе тураһында хәбәр итте. Коридорҙың икенсе яғынан кабинет бүлергә, икенсе инеү урыны эшләргә булмаймы? Мөрәжәғәт Республика менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаһына эләкте. Беҙ уны Һаулыҡ һаҡлау министрлығына йүнәлттек, поликлиника ла мәсьәләне хәл итеүгә ҡушылды.

һөҙөмтәлә 38-се поликлиникала пациенттар ағымы айырылды. ЭКГ үтеү өсөн айырым инеү урыны бар. Тар белгестәрҙе икенсе бинаға күсерҙеләр. Һәр ингән урынға ирекмәндәр беркетелгән, улар пациенттарға ярҙам итә. “Ҡыҙыл зона” кабинеттары - бишәүгә , ә табиптар һаны унға тиклем күбәйгән. Айырым категорияларҙан тыш, планға алынған ҡабул итеүҙәр ваҡытлыса туҡтатылған. Беренсе ярҙам поликлиникала ла, өйҙә лә тулы күләмдә күрһәтелә.

Һаулыҡ һаҡлау системаһы халыҡтың һорауы буйынса үҙгәреш кисерә. Бындай процестар булырға тейеш. Был инцидент миҫал итеп килтерелде", - тиелә Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас