

Коронавирустың бишенсе тулҡыны бик тиҙ йоғошлоғо булыуы менән айырыла. Һуңғы тәүлектә генә сирҙе 2103 кеше йоҡторған. Был турала бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.
Шулай итеп сирҙе пандемия башланғаны бирле 143 377 кеше йоҡторған. Әлеге ваҡытта 13840 кеше өйҙә дауалана, 285 кеше дауаханаларҙа ята. 32 кешенең хәле ауыр тип баһалана.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, сир тиҙ таралһа ла, әлегә республика бишенсе тулҡындың пигына етмәгән.
Министр вакцинация барышы тураһында ла һөйләне. Әле уның беренсе компонентын 2 392 331, икенсеһен – 2 229 856 кеше яһатҡан. Үҫмерҙәр араһында “Спутник М” вакцинаһын 2220 кеше һалдырған.
Ошо тиклем ҙур кешеләр ағымын яйға һалыу өсөн үткән аҙнанан Башҡортостанда поликлиникалар иртәнге 7.30-ҙан киске 22 сәғәткә тиклем эшләй башлағайны. Максим Забелин белдереүенсә, был аҙна башына ҡарата хәл тотороҡланған.
– Әлеге ваҡытта поликлиникаларға ҙур сираттар юҡ, кешеләр әле һаман алдан яҙылыуһыҙ килә, – тине ул.
Фото: imag.one