Сәләмәт булайыҡ
7 Февраль 2022, 17:45

Ирекмәндәргә ярҙам күрһәтелде

Яна Гайдук: "Сирлеләр һаны үҫеү менән ирекмәндәр ярҙамына мохтаждарҙар ҙа артты. Әлеге мәлдә штабтарҙа 1400 ирекмән эшләй".

Ирекмәндәргә ярҙам күрһәтелдеИрекмәндәргә ярҙам күрһәтелде
Ирекмәндәргә ярҙам күрһәтелде

7 февралдә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты райондарҙа СOVID-19 менән көрәштә ярҙам итеүсе ирекмәндәргә шәхси һаҡланыу саралары ебәрҙе.

"Йәшлек House" йәштәр йортонда республиканың бар ҡала-райондарына антисептиктарҙан һәм битлектәрҙән торған һаҡланыу саралары комплекттары бүленде.

“Еңел булмаған был осорҙа Йәштәр йорто ирекмәндәр ярҙамы үҙәгенә әйләнде. Беҙ муниципаль ирекмәндәр штабтары эшен координациялайбыҙ, ирекмәндәрҙе туплайбыҙ. Сирлеләр һаны үҫеү менән ирекмәндәр ярҙамына мохтаждарҙар ҙа артты. Әлеге мәлдә штабтарҙа 1400 ирекмән эшләй. Беҙҙең бурыс – уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Был юҫыҡта республиканың профиль ведомстволары һәм ойошмалары, бизнес вәкилдәре ярҙам итте”, - ти Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Ирекмәндәр ике йүнәлеш буйынса эшмәкәрлек итә: һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ярҙам, оло һәм хәрәкәттәре сикләнгән граждандарҙы аҙыҡ-түлек, медикаменттар менән тәьмин итеү.

Ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылырға теләүселәр һылтанма аша инеп, заявка бирә ала. Уларҙың вакцинацияланыу тураһында сертификаты булыуы мотлаҡ.

Фото: Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас