

Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә коронавирусҡа бәйле һуңғы хәлдәр тураһында һөйләне.
– Республикала коронавирус буйынса хәл көсөргәнешле, тик был һан яғынан ғына сағыла. Ауырлыҡ буйынса быны күрмәйбеҙ. Уҙған өсөнсө уҡыу аҙнаһында беҙҙә 600 мәғариф объекты карантинға ябылды, ләкин был күрһәткес алдағы аҙнанан юғары түгел. Каникулдарҙан һуң балалар сығып, тығыҙ аралашты, шуға күрә уларҙың сирләү кимәле юғары булды. Был аҙнала иһә беҙ ошо күрһәткестең тотороҡланыуын күрҙек – ауырыған балалар һаны артманы. Ҡайһы бер кластарҙа ете көнлөк карантин тамамлана, балалар аҡрынлап дәрескә сыға, беҙ мәктәптәргә эпидемияға ҡаршы саралар уҙғарыуҙың иртәнге фильтрын контролдә тоторға ярҙам итәбеҙ”, – тине ул.
Шулай уҡ “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре вакцинация буйынса предприятиеларҙа рейд тикшереүҙәрен дауам итә.
“Бында хәл насарайманы, яңы протоколдар юҡ, әлегә судта ҡаралған ете эш тикшерелә, – тине Анна Казак. – Шуны билдәләгем килә, 4 февралдә талаптарға үҙгәрештәр индергән баш дәүләт санитар табибының ҡарары сыҡты. Унда изоляцияға китеү тәртибе, карантин һәм эш урындарына һауығып сыҡҡан пациенттарҙы сығарыу буйынса ҙур үҙгәрештәр булыуын күрәһегеҙ. Был яйлап ҡына ғәҙәти респиратор ауырыуы киңлегенә күсеүебеҙ хаҡында һөйләй, был өмөт бирә: әгәр артабан шулай булһа, коронавирус инфекцияһы еңеләсәк”.
Анна Казак геморрагик биҙгәк менән сирләүселәрҙең артыуы тураһында ла хәбәр итте.
“Бөйөр синдромы менән геморрагик биҙгәк буйынса хәүеф бар – 24 осраҡ. Былтыр ошо уҡ осорҙа туғыҙ осраҡ булған, йәғни быйыл ауырыусылар өс тапҡырға тиерлек күберәк. Сирләү осраҡтары артасаҡ, тип күҙаллана, сөнки ҡыштың йылы тороуы һәм ҡарҙың күп ятыуы арҡаһында кимереүселәрҙең күбәйеүе көтөлә", – тине ул.
Фото: news.myseldon.com