Сәләмәт булайыҡ
8 Февраль 2022, 18:00

Брифинг: һорауҙар һәм яуаптар

Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын асыу һәм ябыуҙа ниндәй үҙгәрештәр бар? Ял көндәрендә Баш санитар табиптың ниндәй ҡарары сыҡты?

Брифинг: һорауҙар һәм яуаптарБрифинг: һорауҙар һәм яуаптар
Брифинг: һорауҙар һәм яуаптар

8 февралдә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү саралары буйынса брифинг уҙғарҙы. Уны министр урынбаҫары Ирина Кононова һәм республика Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Черенков уҙғарҙы.

Коронавирусҡа ҡаршы штаб мәғлүмәттәренән, төбәктә covid-19 менән бөтәһе 145733 кеше зарарланған. Үткән тәүлектә 2396 яңы осраҡ теркәлгән. Стационарҙарҙа 308 кеше дауалана, шуларҙың 31-енең хәле ауыр, икәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 15472 пациент амбулатор дауалана. Тәүлек эсендә 731 кеше йүнәлгән, ун ауырыу вафат булған.

Төбәккә 2 914 858 доза вакцина килтерелгән. Беренсе  компонентты 2 397 754 кеше алған (96,5 процент ). 2 236 631 граждан (90,1 процент) икеһен дә һалдырған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғинуарҙа республикаға 2 800 "Спутник-М" вакцинаһы килтерелгән. Бөгөнгә 2427 бала прививка эшләткән.

Балаларға нисә йәштән вакцина яһарға була?

Прививка 12-17 йәшлек үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Табиптар әйтеүенсә, вакцина балаларҙың йәшенә яраҡлаштырылған. Асылда ул шул уҡ "Спутник V", тик биш тапҡырға шыйығайтылған. Өлкәндәр вакцинаһындағы кеүек үк, унда вирустың тере һәм үрсеүгә һәләтле өлөшө юҡ. Ике компоненттан тора. Тикшереүҙәр асыҡланыуынса, үҫмерҙәр прививканы яҡшы ҡабул итә. Шуныһы бар, вакцинациянан һуң беренсе ике көндә тән температураһы күтәрелеүе мөмкин.

Кесерәктәр өсөн тәғәйенләнгән вакцина әле клиник тикшереүҙәр үтә.

Ҡасан һәм нисек итеп “больничный” асып була? Нисек ябырға?

Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын ПЦР тесты ыңғай булғанда ғына асып була. Әгәр ҙә һөҙөмтә дәүләт поликлиникаһынан килһә, 122 номеры буйынса шылтыратып “больничный” асырға мөмкин. Һөҙөмтә шәхси клиниканан килһә, уның pdf форматын поликлиниканың электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Медицина хеҙмәткәрҙәре һеҙҙең менән бәйләнешкә инәсәк.

Ете көн карантин режимын күҙәткәс, симптомдар булмаһа, эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙҙы ситтән тороп ябырға мөмкин, бының өсөн ҡабаттан ПЦР тест бирергә кәрәкмәй. Эшкә яраҡһыҙлыҡты дауам иттереү өсөн табипҡа күренеү мотлаҡ.

Балаларҙан ҡабаттан анализ алынмай, тиҙәр. Был дөрөҫмө?

Ысынлап та, ял көндәрендә Баш санитар табиптың ҡарары сыҡты. Уға ярашлы, "Роспотребнадзор" covid-19 менән ауырығандарға ҡабаттан тест үтеүҙе туҡтатты, йәғни пациент ете көндән һуң үҙен яҡшы тоя икән, ПЦР тест үтмәй генә үҙҡурсаланыуҙан сыға.

Йәнә бер үҙгәреш - Covid-19 вирусын эләктергәндәр менән бәйләнештә булғандарға үҙҡурсаланыу бөтөрөлә. Киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы билдәләре бар икән, поликлиниканың фильтр-боксына мөрәжәғәт итегеҙ.

Прививка эшләткәндән һуң кеше башҡалар өсөн зарарлы түгелме?

Юҡ. Вакцинала коронавирустың тере элементтары булмай.

Фото: "Башинформ".

Автор:Римма Султанова
Читайте нас