

Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, элекке физкультура уҡытыусыһы, 81 йәшлек Фәрит Баязитов дөрөҫ тын алып кәүҙәне һелкендереү һаулыҡ өсөн ныҡ файҙалы, тип белдерә.
Фәрит Әғзәм улы 1940 йылғы. Ҡырҡ йылдан ашыу Баймаҡ районының Ҡолсора урта дөйөм белем биреү мәктәбендә эшләне. Ул беҙҙе, уҡыусыларын, сәләмәт тормош алып барырға өйрәтте, спортҡа һөйөү тәрбиәләне. Мәктәптә саңғы түңәрәге һәйбәт эшләне, уның башланғысы менән туризм буйынса слеттар ойошторолдо. Уҡыусылары район, республика кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәне.
Ҡатыны Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы менән кәңәшләшеп, "Спутник V" вакцинаһының ике компонентын да эшләткәндәр. Прививканы еңел үткәргәндәр. Мәғариф ветерандарының былтыр бергә йәшәүҙәренә 55 йыл тулған! Уларға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ һәм һеҙҙең иғтибарға 81 йәшлек мәғариф ветераны Фәрит Баязитовтан сәләмәтлек дәресе тәҡдим итәбеҙ.
Видеояҙма “Атайсал” гәзитенән алынды.
Фото: ғаилә архивынан.