Сәләмәт булайыҡ
8 Февраль 2022, 09:30

Стәрлетамаҡта хәлдәр нисек?

Ҡаланың оператив кәңәшмәһендә мөһим мәсьәләләр күтәрелде. 

Стәрлетамаҡта хәлдәр нисек?Стәрлетамаҡта хәлдәр нисек?
Стәрлетамаҡта хәлдәр нисек?

Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов онлайн тәртиптә оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡаланың мөһим көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙеләр.

Тәү сиратта коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдәрҙе барлап сыҡтылар. Бөгөнгә ҡарата Стәрлетамаҡта 13 мәктәп дистанциялы уҡыуға күсерелгән. Шулай уҡ 23 мәктәптә 343 класс әлегә өйҙән уҡый. Дөйөм алғанда, 22 мең бала дистанцияла уҡый.

7 февралгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 169 уҡытыусыла, йәғни дөйөм белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең дөйөм һанынан 8 процент, шулай уҡ 182 балалар баҡсаһы хеҙмәткәрендә (6 процент) яңы коронавирус инфекцияһы асыҡланған.

Оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡҡа “Спутник М” балалар вакцинаһы килтерелгән. Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов был мәғлүмәтте уҡыусыларҙың ата-әсәләренә еткерергә ҡушты. Бынан тыш, мәктәп етәкселегенең уҡыусыларҙы дистанцион уҡытыуға күсереүҙең маҡсатҡа ярашлылығы тураһында ҡарарҙы үҙаллы ҡабул итергә хоҡуҡлы булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Дөйөм Башҡортостан буйынса алғанда һандар шундай: әле 10,5 мең бала ковид менән сирләй. Был бөтә уҡыусыларҙың 2,6 проценты. Был турала кисә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдергәйне. Шулай ҙа был аҙнала хәлдәрҙең яҡшырыуы көтөлә.

Бынан тыш Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә ҡалала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, урам буйында ҡарауһыҙ йөрөгән эттәр проблемаһы тураһында һөйләшеү булды.

Фото: Яндекс.Дзен

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас