

8 февралдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Туймазы ҡалаһында булып, инфекция госпитале төҙөлөшөн ҡараны, ошонда уҡ Сибайҙағы төҙөлөштә мәшғүлдәрҙең дә ҡатнашлығында кәңәшмә үтте.
Андрей Назаров, быға тиклемге ошондай уҡ ике объект төҙөлөшө тәжрибәһен иҫәпкә алып, әлеге ваҡытҡа госпиталде күтәреү ваҡытына, сифатына бәйле хәүеф юҡ, тип белдерҙе.
- Үҙебеҙ өсөн планлаштырған графикка ҡарайбыҙ. Генераль подрядсы һәм йәнәш подрядсылар алдында бурыс ҡуйылған – барыһын да сифатлы һәм ваҡытында эшләргә. Февраль аҙағында эштәр тамамланып, әлеге медицина ойошмаһы пациенттарҙы ҡабул итә аласаҡ. Был бик мөһим, сөнки ковидтың дауам итеүен күрәбеҙ һәм күптәр медицина ойошмаларына эләгә, - тип билдәләне Премьер-министр.
Андрей Назаров инфекция госпиталдәре күтәрелгән проекттың Башҡортостанда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә ҙур ихтыяж менән файҙаланылғанын әйтте.
- Туймазыла һәм Сибайҙа төҙөлөш алып барыу менән бер үк ваҡытта, эшселәребеҙ Белгород өлкәһендә лә ике госпиталь һала. Унда ла эштәр февраль-мартта тамамланасаҡ. Ә былай Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәге беҙҙең проектты нигеҙ итеп алды. Иң мөһиме - был кешеләр һаулығын хәүеф аҫтына ҡуймауға, медицина ярҙамын үҙ ваҡытында күрһәтеүгә булышлыҡ итә, - тине Премьер-министр.
Республика вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин яҡын арала госпиталгә медицина ҡорамалдары ҡуйыласағы хаҡында әйтте. Объектҡа томограф килтерелгән, бинаны ҡурғаш менән көпләү тамамланған, рентген-һаҡлаусы тәҙрәләр, ишектәр урынлаштырыла.
"Персонал менән эш бара, барлыҡ мотлаҡ процедураларҙы башҡарабыҙ, шул иҫәптән логистиканы, процестарҙы ойоштороуҙы һәм башҡалар. Әлеге ваҡытта хеҙмәткәрҙәрҙең бер өлөшө Зубовта ошондай ойошмала эшләү тәжрибәһе алыу өсөн стажировка үтә", - тине Максим Забелин.
Әлеге ваҡытта төҙөлөшкә 500-ҙән ашыу эшсе һәм 45 берәмек техника йәлеп ителгән. Тышҡы сэндвич панелдәрҙе һәм витраж төркөмдәрҙе, тәҙрәләрҙе монтажлау буйынса эш дауам итә. Бынан тыш, барлыҡ объекттарҙа бетонлау эштәре тамамланған (ҡаҙанлыҡта, дизель электр станцияһында, вертолет майҙансығында һ.б.). Янғын һүндереү һәм йылылыҡ магистраль торба үткәргестәрҙе һалыу, электр, һыу менән тәьмин итеү системаһын монтажлау, сантехник ҡоролмалар ҡуйыу бара.
Белешмә өсөн:
2021 йылдың 30 декабрендә инфекция дауаханаһының яңы корпусын төҙөү башланған. Объект Башҡортостан Республикаһының дәүләт символы булған “ҡурай сәскәһе”нә йыйылған, еңел тимер йоҡа стеналы конструкциялар технологияһы буйынса күтәрелгән бер ҡатлы корпусты хәтерләтә.
Барлыҡ койкалар ҡеүәте – 50 бокс, уларҙың 40-ы тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк һәм 10-ы - реанимация боксы.
Штат режимындағы эш койкалары һаны – 50, өҫтәмә 200 койканы урынлашыу мөмкинлеге ҡаралған, ә ғәҙәттән тыш хәлдә 230 койканы, 100 процент кислородты ҡуйып, урынлаштырыу мөмкинлеге ҡаралған. Персоналдың дөйөм һаны – 248 кеше.
Диагностикалаү бүлексәһе, экспресс-лаборатория, дарыухана, дезинфекциялау бүлексәһе, ультратауышлы, функциональ даигностикалау кабинеттары, эндоскопик кабинет, диспетчерҙар хеҙмәте, административ-хужалыҡ бүлексәһе.
Үҙәк составына медицина газы менән тәьмин итеү системаһы, кислород етештереү буйынса станция, ағым һыуҙарҙы дезинфекциялау, локаль таҙартыу станцияһы, автотранспортты дезинфекциялау станцияһы, вертолет майҙансығы монтажланған.
Бинаның хеҙмәт итеү ваҡыты – 50 йылдан ашыу. Пандемия тамамланғас, был инфекция үҙәгендә “инфекция сирҙәре”, “терапия”, “эске ауырыуҙар”, “лаборатория диагностикаһы” профиле буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү ҡаралған.
Фото: pravitelstvorb.ru